Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 08:15

Йәшәү шарттары яҡшырһын

1661-се Тимер һайлау участкаһында иҫәптә торған 290 тауыш биреүсенең, 17 сентябрҙә 66-һы килһә, бөгөн, 18 сентябрҙә 11.40 сәғәткә 25-е килгән ине.

Йәшәү шарттары яҡшырһын
Йәшәү шарттары яҡшырһын

1661-се Тимер һайлау участкаһында иҫәптә торған 290 тауыш биреүсенең, 17 сентябрҙә 66-һы килһә, бөгөн, 18 сентябрҙә 11.40 сәғәткә 25-е килгән ине.
Комиссия рәйесе Ғайса Ғайсин:
-7 кеше өйҙә тауыш бирәсәк. Һайлауға оло йәштәгеләр яуаплы ҡарайҙар, киләләр, изге теләктәрен әйтеп китәләр, уларҙан һуң күңелгә йылы булып ҡала, - тине.

Мәҫәлән, хаҡлы ялдағы Гәүһәр Иҫәнғазина тауыш биргәндән һуң, донъяларҙың имен тороуын, алға барыуын, йәнә йәшәү шарттарының яҡшырыуын, эшенә күрә, лайыҡлы эш хаҡтары, бигерәк тә йәштәрҙең эшләр эштәре, ашар аштары булыуын, мәктәптәрҙең ябылмауын теләне.

Йәшәү шарттары яҡшырһын
Йәшәү шарттары яҡшырһын
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: