Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 19:30

МОРАҘЫМ УЧАСТКАҺЫ ҺАЙЛАУСЫЛАРЫ АФАРИН!

1635-се Мораҙым һайлау участкаһында барлығы 282 һайлаусы иҫәпләнә. Быйыл 18 йәше тулған 10 ҡыҙ һәм егет беренсе тапҡыр һайлай. Ике көн эсендә генә 125-кә яҡын кеше һайлауға килгән.

МОРАҘЫМ УЧАСТКАҺЫ ҺАЙЛАУСЫЛАРЫ АФАРИН!
МОРАҘЫМ УЧАСТКАҺЫ ҺАЙЛАУСЫЛАРЫ АФАРИН!

1635-се Мораҙым һайлау участкаһында барлығы 282 һайлаусы иҫәпләнә. Быйыл 18 йәше тулған 10 ҡыҙ һәм егет беренсе тапҡыр һайлай. Ике көн эсендә генә 125-кә яҡын кеше һайлауға килгән.

Бөгөн дә участкала иртә таңдан халыҡ өҙөлмәй. Үҙем йөрөп сыҡҡан башҡа ауыл участкаларына ҡарағанда бында тауыш биреүселәр бик әүҙем. Көндөң тәүге өлөшөндә һайлаусылар һаны 36 булһа, төштән һуң был күрһәткес тағы ла артҡан. 16 кеше өйҙән һайлау өсөн ғариза яҙған.

Участкала биш ағза, икешәр күҙәтеүсе һәм полиция хеҙмәткәре эшләй. Улар үҙ эшен юғары кимәлдә башҡара. Ике сәғәт һайын бина эсендә дизинфекция үткәрелеп тора.

Комиссия рәйесе – һаулыҡ һаҡлау отличнигы Тулыбаева Миңлебикә Сәғәҙәтдин ҡыҙы утыҙ йылдан ашыу һайлау үҙәгендә ҡайнай.

Ауыл медпунктында йыйыштырыусы булып эшләүсе Моратшина Сәриә Үлмәҫбай ҡыҙы оҙаҡ йылдар комиссия рәйесе урынбаҫары вазифаһында.

Документтар эше менән сәркәтиб Малакаева Миләүшә апай шөғөлләнә.

Сөләймәнова Айһылыу Харрас ҡыҙы ла яҡшы тәжрибәле ағзаларҙың береһе. «Һайлауҙар элек күпкә еңелерәк ине, хәҙер ҡырҡа үҙгәрҙе. Һайлауға байтаҡ талаптар ҡуйыла ти», - ул.

Ишек төбөнән үк һайлаусыларҙы Ғәлин Азамат Рәхимйән улы ҡаршылай. Ул тауыш биреүсене кәрәкле әйберҙәр: бирсәткә, битлек һ.б. менән тәьмин итә. Бушаған арала китап та уҡып өлгөрә Азамат ағай. Әле Ноғман Мусиндың «Мәңгелек урман» романын уҡыу өҫтөндә. Бынан алда «Таң менән сыҡ юлдарға» тигән әҫәрен уҡып бөткән. Боронғо кешеләрҙең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра уны. Күберәк сәйәси темаға яҙылған әҫәрҙәр оҡшай уға.

83 йәшлек ауыл ағинәйе Тулыбаева Сәрүәр Нурислам ҡыҙы ла бөгөн һайлауҙа ҡатнаша. 58-се йылда ошонда килен булып төшкән ул. Тормош иптәше Рауил Юныс улына ун өс йыл ҡортсолоҡта ярҙам итә. 7 баш ҡорттан 60-ҡа еткерә улар. Сәрүәр Нурислам ҡыҙы ауылдың мәҙәни тормошонда ла янып йәшәй. Оҫта итеп таҡмаҡтар һөйләй. «Элек заманалар ауыр ине, хәҙер үҙгәрҙе. Бөтә уңайлыҡтар бар. Ил башлыҡтарына рәхмәт, тормоштан ҡәнәғәтмен», - ти ул. Таҡмаҡ та әйтеп ебәрҙе:

«Уфа тарафтары менән
Кемдәр башын тараған.
Замананы ауыр тиҙәр
Кем күтәреп ҡараған.»

Олоһо-кесеһе был мөһим саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Йәш ғаилә – Илгиз һәм Розалия Мөхәмәтйәновтар ҙа ике бәләкәй ҡыҙ балаһы менән үҙ тауышын бирергә килгән.

Мораҙым участкаһында һайлаусыларға «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала

Автор:
Читайте нас: