Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2021, 19:08

Бәләкәй Ҡыпсаҡта ла һайлау комиссияһы үҙ эшен ҙур һәм етди итеп башҡарыу менән мәшғүл.

Ана бит, кейемдәре менән тажзәхмәт осорондағы шәфҡәт туташтарын хәтерләткән комиссия ағзалары өйҙә һайлатыу өсөн махсус сумаҙан - йәшниктәрен тотоп оло быуын һайлаусыларына ашыға.

Разида Әҙелмырҙина менән комиссия рәйесе урынбаҫары Гөлдәр Балғазинаның өйҙә һайлаусыға юлланған мәле.

Комиссия рәйесе Наилә Әхмәтова, ағзалар Юнир Насиров,Фәнгиз Насировтар бөгөнгө ҡыҙыу һайлау осорона әҙер.

Гражданлыҡ бурысын үтәүселәр әлегәсә 22 булһа, тәүге көндә - 6, кисә 3 һайлаусы һайлаған.

Күҙәтеүсе Илһам Шакиров та бында.

Теҙмәлә барлығы 44 һайлаусы булһа, уларҙың иң олоһо Йәмилә Йәғәфәрова инәйгә 83 йәш, иң йәш һайлаусылар - Гөлназ Насирова, Илсиә Әхмәтова.

Бөгөн Насирова Сәлимә Юнир ҡыҙын һайлау участкаһында тәл иттек. Ул да миллионлаған рәсәйлеләр кеүек конституцион хоҡуғы менән файҙаланырға килгән.
 
Автор:
Читайте нас: