Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2021, 16:21

Лайыҡлы тормош өсөн тауыш бирәбеҙ

1657-се Яңы Собханғол һайлау участкаһында тәүге көн 64 кеше һайлаһа, бөгөн 59 һайлаусы килгән, йәмғеһе 357 һайлаусы килеүе көтөлә. 51 кеше өйҙә һайлауға ғариза биргән. Бөгөн, иртәгә һайлау комиссияһы ағзалары һаҡланыу маҡсатын күҙаллап, өйҙә тауыш биреүселәргә йөрөйәсәктәр.

Һайлау комиссияһы рәйесе Рәсимә Нурғәлина әйтеүенсә, һайлау закон боҙоуҙарһыҙ, тәртипле үтә. Комиссия ағзалары шулай уҡ мәктәп администрацияһының ныҡ ярҙам итеүен, санитар нормаларҙың теүәл үтәлеүен, ике сәғәт һайын бина эсендә дезинфекция үткәрелеүен билдәләп китте.

Айбулат һәм Сәүиә Алтыншиндар һайлауға улдары Айгиз менән килгән.
- Лайыҡлы тормош өсөн тауыш бирәбеҙ, киләсәктә пенсия күләме, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең, айырыуса уҡытыусыларҙың эш хаҡтары артһын, торлаҡ-коммуналь хужалығында тәртип урынлашһын, төрлө кредиттар әҙ проценттар менән бирелһен, - тигән теләктәрен еткерҙеләр.

Лайыҡлы тормош өсөн тауыш бирәбеҙ
Лайыҡлы тормош өсөн тауыш бирәбеҙ
Лайыҡлы тормош өсөн тауыш бирәбеҙ
Автор:Ә.Юлсурина
Читайте нас: