Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2021, 14:12

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында һайлаусыларҙан килгән мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар тураһында һөйләнеләр

Башҡортостанда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына тауыш биреүҙең беренсе көнөндә Дума һайлауҙарында хоҡуҡ боҙоуға ун ялыу килде, тип хәбәр итте 18 сентябрҙә үткән брифингта БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.

"Ялыуҙар, ысынында, күп түгел, бөтә мөрәжәғәттәр араһында ете йәки һигеҙ. Ошо ялыуҙарҙа килтерелгән бөтә дәлилдәр үҙҙәренең сағылышын тапмаған", - тине Ғәҙелов. Уның һүҙҙәренсә, йәнәһе лә законһыҙ агитацияға ялыуҙар килгән.  Тикшереү барышында агитация факттары асыҡланмаған, тип билдәләне ул. Шулай уҡ һайлау участкаларында сиратта тороуға зарланыуҙар булды. Ошондай ялыуҙар буйынса участка комиссиялары менән халыҡ ағымын сикләү кәрәклеге тураһында аңлатыу эштәре алып барылды.

https://www.bashinform.ru/news/1646616-v-tsik-rb-rasskazali-ob-obrashcheniyakh-i-zhalobakh-ot-izbirateley-/ 

Автор:
Читайте нас: