-1 °С
Болотло
1654-се Баҙал һайлау участкаһында 815 һайлаусының 106-һы тауыштарын биргән. Комиссия ағзалары белдереүенсә, һайлау тыныс шарттарҙа үтә, полиция вәкиле үҙ эшен белеп башҡара.
- Халыҡ әүҙем генә килә, бөтә һаҡланыу саралары ҡаралған, комиссия составы ла берҙәм эшләй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса барыбыҙ ҙа инструктаж үткәнбеҙ, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Х. Ваһапова.
Марат һәм Айгөл Бәкировтар ҙа һайлауға ҙур өмөттәр бағлап килгәндәр. Балаларҙың киләсәген ҡайғыртҡан өсөн, килдек, тиҙәр улар.