һарғая ауылында кисә һайлаусылар теҙмәһендәге 96 һайлаусының 10 -ы һайлаһа,бөгөн 11 һарғаялы үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Ауылдың иң оло һайлаусыһы - Бәширә Барый ҡыҙы Мөхәмәтйәрова.Ул 1935 йылғы ауыл ағинәйе.
Участка һайлау комиссияһы рәйесе - Зөлфиә Фәхретдинова, Шишков Ирек Васильевич - уның урынбаҫары, Ғайсин Ғәфүр Сабирйән улы,Әлмөхәмәтова Эльвира Борис ҡыҙы,Әлмөхәмәтов Илнур Фәрит улы - комиссия ағзалары.
Күҙәтеүсе Зәйнәп Мөхәмәт ҡыҙы Назарова ла бында.
Һайлаусылар тәүге ике көндә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгән.