1634 - се Мәһәҙей һайлау участкаһында ла комиссия ағзалары һәм күҙәтеүселәрҙән тыш башҡа кешене тәл итеп булманы.
Комиссия рәйесе Радик Рәхим улы Насиров менән күҙәтеүселәр, комиссия рәйесе урынбаҫары Ф.Ғөбәйҙуллина һаулыҡ тороштары сәбәпле өйҙә һайлаусылар эргәһенә киткән.
Комиссия секретары Хәсәнова Зинира Фазылйән ҡыҙы 2003 йылдан алып һайлау комиссияһында. Оҙаҡ йылдар рәйеслек иткән, 2-3 йыл секретарь вазифаһын башҡара.Комиссия ағзалары - Гөлгөнә Ишемова, Рәзилә Ҡудашева.
Күҙәтеүселәр Рита Илдус ҡыҙы Аҫылбаева менән Ләлә Шәрәфулла ҡыҙы Назаровалар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарай, тиҙәр.
Ауылдың иң оло һайлаусыһы - 91 йәшкә киткән Ғарифуллина Нәбирә Шәһивәлей ҡыҙы булһа, иң йәш һайлаусы - уның 18 йәшлек ейәнсәре, 9-сы балаһы Илдарҙың ҡыҙы Илсиә Ғарифуллина икән.
Мәһәҙейҙә теҙмә буйынса 232 һайлаусы. 20 кеше икенсе урында һайлай. Кисә - 17, бөгөн 17:20 сәғәткә 18 кеше һайлаған. Хаҡлы ялдағылар әүҙемлек күрһәтә, ти Зинира Фазылйән ҡыҙы.