+6 °С
Болотло
Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә урынлашҡан 1654-се һайлау участкаһына киләсәгемде хәл итәйем тип килгән һайлаусыларҙы "өҫтәл" әҙерләп, яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар.
Өҫтәлдә нимә генә юҡ: ҡулдарҙы дезинфекциялау сараһы бар, маскалары бар, бирсәткәләре әҙер, хатта ручка ла тотоп барырға кәрәкмәй. Эйе, кәрәкмәй, сөнки һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары быны алдан ҡайғыртҡан.
Әлеге ваҡытта был һайлау участкаһында 20 кеше килеп гражданлылыҡ бурысын үтәгән.