Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2021, 16:55

Гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырабыҙ

Өс көн дауамында үтәсәк һайлауҙарға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырабыҙ
Гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырабыҙ

Өс көн дауамында үтәсәк һайлауҙарға һанаулы  ғына көндәр ҡалды. 

Район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 1660-сы Иҫке Собханғол һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Ғәйсәр Теләүбаев белдереүенсә участка һәм комиссия ағзалары һайлауҙарға әҙер. Ғәйсәр Сәғәҙи улы комиссия рәйесе итеп Территориаль һайлау комиссияһы тарафынан 4 йыл элек тәғәйенләнә.

-Һайлауҙар 17, 18, 19 сентябрь көндәре иртәнге 8-ҙән киске 8 сәғәткә тиклем барасаҡ. Комиссияның эше сәғәт 7-нән башлана. Төндә полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк. 3 көн буйы видеокүҙәтеү эшләйәсәк. Комиссияла 5 кеше иҫәпләнә, 9 күҙәтеүсе алмашлап ултырасаҡ , - тине комиссия рәйесе.

1660-сы һайлау участкаһында бюллетендәр КОИБ аппараты ярҙамында, йәғни электрон рәүештә иҫәпләнә. Протоколды ла КОИБ сығара.

Һайлаусылар өсөн һаҡланыу саралары ла күҙ уңынан сығарылмай. Һайлау көндәрендә бинала дистанция һаҡлау, термометрия, ҡулға һөртөү өсөн дезинфекция саралары ҡарала. Һайлаусыларға ручка, битлек, перчатка бирелә.

-Беҙҙең участкаға 750-гә яҡын һайлаусы килеүе көтөлә. Барыһын да гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырабыҙ, - тинеләр комиссия ағзалары.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас: