Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2021, 15:15

Владимир Путин Башҡортостан олимпиясыларына һәм паралимпиясыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың паралимпия спортсыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин Башҡортостан олимпиясыларына һәм паралимпиясыларына дәүләт наградалары тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостан олимпиясыларына һәм паралимпиясыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың паралимпия спортсыларын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Богдан Мозговой, Анна Крившина, Илнур Ғарипов, Андрей Николаев, Елена Прокофьева Дуҫлыҡ орденын алды. Уларҙың барыһы ла Токиола алтын миҙал яуланы.

Григорий Андреев, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде. Был паралимпиясылар көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Аделина Рәзетдиноваға, Сергей Петриченкоға, Артур Сәйфетдиновҡа, Никита Нагаевҡа икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы тапшырылды. Уларҙың иҫәбендә — Паралимпиаданың бронза миҙалдары.

Шулай уҡ Токиолағы Олимпиадала команда иҫәбендә фехтование буйынса олимпия чемпионы исемен яулаған Аделина Заһиҙуллина һәм көмөш призёр Тимур Сафин дәүләт наградаларын алды. Аделина — Дуҫлыҡ ордены, ә Тимур беренсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Бынан алда «Башинформ» Башҡортостан спортсыларының Токиолағы Паралимпиадала 12 миҙал яулауын хәбәр иткәйне.

Владимир Путин Башҡортостан олимпиясыларына һәм паралимпиясыларына дәүләт наградалары тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостан олимпиясыларына һәм паралимпиясыларына дәүләт наградалары тапшырҙы
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: