Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Август 2021, 17:51

БӨРЙӘН ЕГЕТЕ АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАҒАН! Йәки WORLDSKILLS ЙӘШ ОҪТАЛАРҘЫ АСЫҠЛАНЫ

Бөрйән районынан 20 йәшлек Нургиҙәр Ҡолдобаев – WorldSkills Russia – 2021 чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһының алтын миҙал яулаған алты ағзаһының береһе.

Нургиҙәр Тимер ауылында башҡорт теле уҡытыусыһы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Заттарында медиктар булмаһа ла, Нургиҙәр бала саҡтан медицина менән мауыға. Белоретта шәхси клиникала стоматолог булып эшләгән еҙнәһе эргәһенә барғылай һәм теш табибы булырға ҡарар итә. Ул, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағындағы колледжға инә һәм теш технигына уҡый башлай.

«Ворлдскиллс» тураһында ул уҡытыусыһы һәм кәңәшсе-тәрбиәсеһе Роман Ситдиҡовтан ишетә. Роман Эдуард улы Нургиҙәрҙе чемпионатҡа әҙерләй. Егет тәүҙә төбәк һайлауын, шунан округтыҡын үтә, унан һуң милли финалға эләгә.

«Өс көн буйы эксперттарға өс эште үтәп тапшырырға тейеш булдыҡ: өлөшләтә алына торған протез моделен, бюгелле протез каркасы моделен һәм алынмай торған протез моделен, — ти Нургиҙәр. – Мин «Ортопедик стоматология» компетенцияһында беренсе урынды алғанымды иң аҙаҡҡа тиклем белмәнем».

Колледжды тамамлағас, Нургиҙәр Ҡолдобаев БДМУ-ға инеп, стоматолог һөнәре буйынса артабан уҡырға хыяллана.
25 – 29 августа Өфөлә үткән WorldSkills Russia – 2021 туғыҙынсы чемпионаты финалында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды.
Бына Башҡортостан йыйылма командаһының «Алтын» миҙал яулаусылар: Булат Ниғмәтуллин, Виталий Зәйнуллин, Алёна Волостнова, Нургиҙәр Ҡолдобаев, Вадим Мортазин, Элина Диниева.

#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia 

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА
Читайте нас: