Әбйәлил районындағы «Тау тарлауығы» балалар лагерынан 800-ҙән ашыу кеше эвакуацияланған. Бының төп сәбәбе — лагерҙан бер саҡрым алыҫлыҡта ут сығыу. Янғын урынына барлыҡ экстрен хеҙмәттәр ебәрелгән.
«Тау тарлауығы» лагеры хеҙмәткәрҙәренең һәм балаларҙың именлеген тәьмин итеү өсөн 837 кешене (750-һе — балалар) 5,5 саҡрым алыҫлыҡтағы «Урал таңдары» балалар лагерына күсерергә хәл ителгән. 15 авгусҡа көндөҙгө сәғәт 3-кә бөтәһе лә күсерелгән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Билдәле булыуынса, эвакуацияланған 467 кеше (412 бала, 55 хеҙмәткәр) 19 автобус менән Магнитогорск ҡалаһына ебәрелгән. Балалар ата-әсәләренә тапшырылған. Зыян күргәндәр юҡ. Ҡалған 370 кеше (338 бала, 32 хеҙмәткәр) «Юбилейный» шифаханаһына, «Йәшлек» һәм «Ҡайынҡай» ял йорттарына, шулай уҡ «Урал таңдары» балалар һауыҡтырыу лагерына урынлаштырылған.
Әлеге ваҡытта янғындың майҙаны — 15 гектар. Янғын менән көрәшкә 300-гә яҡын кеше һәм 53 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Ваҡиға урынына Өфөнән Баш идаралыҡтың 50 кешенән торған Аэромобиль төркөмө, 3 берәмек техника килгән.
«Балалар лагерын һаҡлауға 6 берәмек техника һәм 23 кеше беркетелгән. Яҡындағы «Салауат-Совхоз» янғындан 6 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға хәүеф янамай», — тип хәбәр итте экстрен хеҙмәттәр.