Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2021, 15:50

Владимир Путин менән Радий Хәбиров нимә тураһында һөйләшкән?

“Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик позитив булды", - тине Радий Хәбиров. 

Владимир Путин менән Радий Хәбиров  нимә тураһында һөйләшкән?
Владимир Путин менән Радий Хәбиров нимә тураһында һөйләшкән?

“Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик позитив булды", - тине Радий Хәбиров. 

Кисә Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға булды. Республикаға эш сәфәре менән ил Президенты Владимир Путин килде һәм Әбйәлил районында “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар етештереү заводын асты. Бынан тыш дәүләт башлығы завод хеҙмәткәрҙәре менән аралашты һәм Башҡортостан Башлығы менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Радий Хәбиров аҙаҡ Владимир Владимирович менән нимә тураһында һөйләшкәндәрен бәйән итте.

“Беҙ бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән Президентҡа Көньяҡ Уралда эшләй башлаған яңы предприятиены күрһәттек”, – тине Радий Фәрит улы журналистарға.

Уның белдереүенсә, был “аҡыллы” предприятие, унда технологик яңылыҡтар күп һәм уның менән бар Рәсәй ғорурлана ала. Шулай уҡ ул инвестор Йозеф Ласселсбергерға рәхмәт әйтте.

“Минең өсөн “инвестиция” тигән һүҙҙәр янында һәр ваҡыт “ышаныс” тигән һүҙ ҙә тора. Әгәр ышаныс бар һәм һине ихтирам итәләр икән – кеше һәм ир-ат булараҡ, әйткән һүҙеңә ышанһалар, шул саҡта инвестициялар киләсәк. Беҙ хатта пандемиялы йылда ла плюс 19 процент күрһәткесе менән сыға алдыҡ. Быйылғы йылдың аҙағына ла ҙур потенциал менән сығасаҡбыҙ. Мин Президентҡа әйттем: беҙҙә инвестицияларҙың абсолют күләме 365 миллиард. Тик ысынбарлыҡта – был беҙҙеке кеүек ҙур, техник яҡтан көслө һәм сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән республика өсөн күп түгел. Беҙҙең маҡсат – 650 миллиард һум. Был һандарға ышаныслы ҡарайбыҙ, сөнки Президент ярҙамы менән “Газпром Нефтихим Салауат” предприятиеһы нигеҙендә ике яңы завод төҙөләсәк. Унда инвестиция күләме триллион һум самаһы буласаҡ. Президент был турала белә һәм ул беҙҙе “Газпром” ярҙамы һәм ресурстары менән тәьмин итте”, – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Владимир Путин менән осрашҡан саҡта унан карбон полигондары төҙөү мәсьәләһендә лә ярҙам һорауын әйтте. Уның фекеренсә, республикабыҙҙа ҙур предприятиеларыбыҙ бүлеп сығарған углеводородты йотоу өсөн ҙур тәбиғәт ресурстары бар.

“Мин беҙҙең республиканың Рәсәйҙә махсус карбон полигондарын булдырыу, углеводородты нейтрализациялау методикаһын эшләүҙә федераль эксперимент үткәреү өсөн икенсе төбәк булыуын һораным. Ҡарап тороуға ҡатмарлы кеүек тойолһа ла, ысынбарлыҡта был ябай әйберҙәр һәм дүрт йылдан бының өсөн беҙҙең предприятиеларға ҙур аҡсалар түләйәсәктәр”, – тине Радий Фәрит улы.

Бынан тыш Радий Хәбиров Президентҡа Башҡортостанда ҙур Евразия ғилми белем биреү үҙәге, ҙур университет, капмус төҙөү эштәре хаҡында ла һөйләгән.

“Дөйөм алғанда, һөйләшеү бик позитив булды. Шулай уҡ мин коронавирусҡа бәйле хәл тураһында ла әйттем. Был мәсьәлә беҙҙе борсой һәм беҙ уны иғтибар үҙәгенән ысҡындырмайбыҙ. Ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән табиптарға рәхмәтле булыуыбыҙҙы белдерҙем. Бик мөһим тенденция: беҙҙә май башынан дөйөм үлем осраҡтары кәмеүе күҙәтелә”, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: Олег Яровиков. 

Автор:Альфия Мингалиева, "Башҡортостан" гәзите
 
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-08-07/vladimir-putin-men-n-radiy-h-birov-nim-tura-ynda-yl-shk-n-2453475
Автор:
Читайте нас: