Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2021, 16:19

Газ үткәреү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Цемикс” заводы эшселәре менән осрашыуында ауылдарҙы газға тоташтырыу, атап әйткәндә, Әбйәлил районының Дауыт ауылына газ индереү тураһында һорау бирелде.

Дәүләт башлығы Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтан был проблеманы хәл итеүен һораны. Республика етәксеһе мәсьәләне шәхси контролдә тотасағы тураһында белдерҙе. Президент һүҙҙәренсә, 2022 йыл аҙағына тиклем биләмәләр янынан ғәмәлдәге газ үткәргестәр һуҙылған ауылдар зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителә.

Йыраҡ ятҡан биләмәләр буйынса эштәр планға ярашлы алып барыласаҡ. Радий Хәбиров республикала газ үткәреү буйынса төбәк штабы булдырылды, тип билдәләне.

https://bash.news/bash/news/157644-gaz-utkereu-meselekhe-igtibar-uzegende 

Автор:
Читайте нас: