Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы Хәйбулла районында янғындарҙың артыуына килтерҙе. Кешеләр утты торлаҡ йорттарға үткәрмәҫ өсөн бар тырышлығын һала.
Әммә тиҙ арала таралған янғын Бәләкәй Әбеш ауылында бер нисә йорт-ҡаралтыны көл-күмергә әйләндерә.
Хәйбулла районы Ивановка һәм Әбеш ауыл биләмәләрендә урмандар янған, көслө янғын унға яҡын гектарға таралып, бөткән Бәләкәй Әбеш ауылына, шулай уҡ күрше Ейәнсура районы сиктәренә тиклем еткән. Янғын һүндереүгә урман хужалығы эшселәре, янғын һүндереү бригадалары, урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр, бөтәһе ҡырҡҡа яҡын кеше йәлеп ителә.
Шулай уҡ ярҙамға район үҙәгенән ойошма һәм уреждениелар вәкилдәре, күрше Йылайыр, Ейәнсура райондарынан сылбырлы тәгәрмәсле трактор һәм янғын һүндереү машиналары килә. Уттың урындағы балалар лагерына яҡынлашыуын иҫәпкә алып, ял итеүселәрҙең барыһы ла өйҙәренә ҡайтарылған.