Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2021, 11:50

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте.

Хөрмәтле республика халҡы! Республикала, оператив мәғлүмәттәр буйынса, һыу инеү миҙгеле башланғандан алып һыу ятҡылыҡтарында 61 кеше һәләк булған. Иң ҡыҙғанысы, 10 бала батып үлгән.

Хөрмәтле республика халҡы! Республикала, оператив мәғлүмәттәр буйынса, һыу инеү миҙгеле башланғандан алып һыу ятҡылыҡтарында 61 кеше һәләк булған. Иң ҡыҙғанысы, 10 бала батып үлгән.
16 июндә Баймаҡ районында урынлашҡан Граф күлендә һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында 8 йәшлек ҡыҙ иҫерек үгәй атаһы менән бергә батҡан.
Һуңғы бәхетһеҙ осраҡ Шаран районында булды: 4 июлдә ике ҡыҙ велосипедта йөрөргә сыҡҡан. Балалар оҙаҡ ҡайтмағас, ололар, хәүефләнеп, кис көнө уларҙы эҙләргә сыҡҡан. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуң булған: ҡыҙҙарҙың үле кәүҙәләре Иҫке Кескенәш ауылы эргәһендәге быуала табылған.
Һыуҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәптәре – һыу инеү өсөн тәғәйен булмаған урындарҙа һыу инеү, иҫерткес эсемлектәр эскән килеш һыуға төшөү һәм балаларҙы ололар тарафынан ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Һыу ятҡылыҡтарында кәмәлә йөҙгәндәр ҙә бәхетһеҙ осраҡҡа юлығыуы мөмкин. Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһы буйында 4 июлдә 4 кеше кәмәлә түңкәрелә.
Ҡатын менән ҡыҙы үҙ аллы йөҙөп сыға алалар, ә ике ир бата.
Мәләүез районында түбәндәге фажиғә була: Нөгөш һыуһаҡлағысында 36 йәшлек иргә катер бәрелә һәм ул ауыр тән йәрәхәттәренән һәләк була.
Фажиғәгә тарымаҫ өсөн иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
- иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ;
- көслө ағымлы йылғаларҙы йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, белмәгән урындарҙа һыуға суммағыҙ: таштарға, осло әйберҙәргә бәрелеүегеҙ бар;
- һәм, иң мөһиме, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ;
-һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ!
Һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һыу ҡорбаны булғандарҙың әсәләренең һәм туғандарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған.
Һыу объекттарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ һәм эргә-тирәләгеләрҙән дә талап итегеҙ!
Беҙ бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм туғандарыбыҙҙы һыу менән бәйле бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай алабыҙ!
Автор:Фәрит Ғүмәров, Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе.
Читайте нас: