Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2021, 18:40

Рух атыбыҙ һәйкәл булып ҡалҡты...

Тотош Ер шарының 37 иленән меңдән ашыу артистарын Рәсәй уртаһына йыйып алған был сара рамкаларында мәшһүр эпосыбыҙ “ Урал батыр”ҙа телгә алынған,үҙенә тотош эпос бағышланған, улай ғына ла түгел, үҙенә эйәреп артынан өйөр-өйөр йылҡы сыҡҡан Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә эпосыбыҙ геройы буҙ толпарға – Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 3-10 июлдә дүрт йылға бер үтә торған 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы үтә.Тотош Ер шарының 37 иленән меңдән ашыу артистарын Рәсәй уртаһына йыйып алған был сара рамкаларында мәшһүр эпосыбыҙ “ Урал батыр”ҙа телгә алынған,үҙенә тотош эпос бағышланған, улай ғына ла түгел, үҙенә эйәреп артынан өйөр-өйөр йылҡы сыҡҡан Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә эпосыбыҙ геройы буҙ толпарға – Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды.

Ғәҙелгәрәй ауылының фольклор ансамбле сығышы менән башланған сараға Абдрафиҡ хәҙрәт “әл-Фәтиха” һәм “ Әл-Ихлас” сүрәләрен уҡып, доға бағышлап фатиха биргәс, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашев та сүрәләрҙе көйгә һалып башҡарҙы.Асыҡ һауалағы сәхнә түренә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры, яҡташыбыҙ Әминә Шафиҡова,
CIOFF-тың фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының Халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, ғалим,180-дән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр, Аҡбуҙатҡа һәйкәл эшләгән скульптор Өлфәт Ҡобағошев,”Аҡбуҙат” балалар журналының баш редакторы, шағирә Лариса Абдуллина, республиканың “ Аҡбуҙат” гандбол клубының баш тренеры Олег Сапунков һәм сит илдәрҙән килгән башҡа ҡунаҡтар күтәрелде.
Әминә Ивний ҡыҙы: “Был изге ерҙәр “ Урал батыр” эпосы менән бәйле. Донъя кимәлендәге ҡиммәткә эйә ошо рухи хазинаны беҙ киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй һаҡларға, еткерергә бурыслы.
Бөрйән районы хакимиәтенә, ошо эштең башында торған Данир Ғәйнуллинға,башҡорт халҡының хыялын үҙ ҡулдары менән бойомға ашырған скульптор Өлфәт Ҡобағошевҡа рәхмәт.
Аҡбуҙат – ҡанатлы, рухлы, һәр саҡ иреккә, ғәҙеллеккә ынтылған башҡорт халҡының образы. Бөгөн республикала барған бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыу – икеләтә байрам, икеләтә ҡыуаныс.Барығыҙҙы ла ошо айҡанлы ихлас ҡотлайым”, -тине.

CIOFF-тың фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының Халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан: “, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, Әминә ханыма, Бөрйән районы хакимиәтенә рәхмәт – беҙҙе йылы ҡаршы алдылар.Төрлө илдәрҙән булған 40-тан ашыу коллектив Башҡортостандың ауыл-ҡалаларында сығыш яһау бәхетенә эйә. Донъя кимәлендәге ошондай саралар милләт, ил-ара татыулыҡҡа, халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау юҫығында уңыштарға килтерә. Ошондай сарала ҡатнашыуыма шатмын һәм уны үҙемә мәртәбә һанайым”, -тине үҙ сығышында.

Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.Байғусҡаровтарҙың сығышынан һуң мөҙҙәт Бөрйән районының иң йәш сәсәндәренә – “ Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе малай-ҡыҙҙарға етте.
Районда “Урал батыр”эпосын ятлау буйынса уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар конкурсын башлаусы һәм ойоштороусы Роза Ғүмәрова етәкселегендә кескенә Айназ Ғиззәтуллин, Зөһрә һәм Асия Манаповалар, Айдинә Кәримовалар килештереп, ролгә инеп тороп героик эпосыбыҙҙан өҙөктәр ятлап ишеттерҙе.

Ат- башҡорттоң ғүмерлек һәм быуаттар һуҙымында һыналған тоғро юлдашы. Атһыҙ башҡорт – ҡанатһыҙ ҡош кеүек ул.
Башҡорт саҡ тәпәй баҫҡан улын да атҡа мендергән – ошонан башланған да инде ир-егетлек.
Әтек ауылының аҫыл зат вәкилдәре – ат йәнле Баймөхәмәтовтар килгән ҡунаҡтарға, йыйылған халыҡҡа матур йола –тамаша күрһәтте. Районда йәйен-һыбай, ҡыш – саналы аттарҙа ярышып ал бирмәгән Инсур 4 йәшлек улы Илханды үрәпсеп-бейеп торған атына мендереп атландырҙы. “ Ҡарасәс” халыҡ фольклор төркөмө ағинәйҙәре атаҡа атланған уланға бата-теләк әйтеп фатихаланы.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов барса халыҡты оло байрам айҡанлы тәбрикләне: “ Аҡбуҙат һәйкәле районыбыҙға туристарҙы йәлеп итеп тороусы объект булһын, героик эпостарыбыҙҙың үлемһеҙ геройҙары шулай рухыбыҙҙы күтәреп, күңелебегә сәм, ғәм өҫтәп торһон, эпос һүҙҙәре менән әйткәнсә, күңелебеҙҙән яҡшылыҡ китмәһен”, -тине һәм скульптор Өлфәт Ҡобағошевҡа Район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З.Байғусҡаров, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның сығышы рух күтәренкелеге өҫтәне. Лариса Хашим ҡыҙының “ Беҙ булһаҡ, шундай булабыҙ” тигән шиғырын уҡып ишеттереүе иңдәрҙә Аҡбуҙ ҡанатын үҫтереп ебәргәндәй булды. Ул һәйкәл авторына һәм Данир Ғәйнуллинға үҙенең китаптарын да бүләк итте.”Аҡбуҙат” гандболсылары ла Өлфәт Ҡобағошевты бүләкләп китте.

Эпостарыбыҙҙа сәсәндәр теле менән данланған, халҡыбыҙҙың рух аты булған Аҡбуҙат һәйкәле янында иҫтәлеккә фотоға төшкәс, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың “ Ҡурайсы” төркөмө, Өфөнән килгән бейеүсе ҡыҙҙар йыр-бейеү менән сәхнәне бер итте.

Эйе, күҙәүле мунсаҡ ерҙә ятып серемәҫ, ти халыҡ. Эпостарыбыҙ геройы, башҡорттоң ҡанатлы дуҫы, яуҙа – яуҙаш, дандаш, тыныс тормошта – тоғро ярҙамсы, хәрәкәт итеүҙең дан сараһы, рухыбыҙҙы күтәрмәләп, сәмебеҙҙе уятып, күңелебеҙҙе дәртләндереп тороусы мифик образ – Аҡбуҙат халых хыялы, скульптор эшмәкәрлеге һынланышында буҙ ат булып Йылҡысыҡҡанкүл ярына мәңгелеккә баҫты...

Беҙҙең героик үткәнебеҙгә, эпослы халҡыбыҙға, һынмаҫ рухыбыҙға һәйкәл-ҡалҡан булып...
А.Ғарифуллина
Фотолар авторы - Б.Тимерғәлиев
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: