“+7 495.... номерынан шылтыратыу ҡабул иттем һәм... аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡтым...”
+7 499... йәки +7 495…номерҙарынан шылтыратһалар, трубканы алмағыҙ!
Илебеҙҙә, шул иҫәптән Бөрйән районында ла, һәр кешегә тиерлек мутлашыусыларҙан шылтыратыуҙар һәм смс хәбәрҙәр килеп кенә тора. Уларҙың ҡорбаны тик оло кешеләр генә тип уйлау дөрөҫ түгел. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, криминаль элементтарҙың ҡармағына һәр кемдең эләгеүе мөмкин.
Нисек итеп мутлашыусыларға юлыҡмаҫҡа һәм үҙеңдең хәләл аҡсаңды нисек һаҡлап алып ҡалыу юлдары тураһында беҙҙең редакцияға Рәсәй эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса тәүтикшереү бүлеге етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы юстиция майоры Әлфиә Сәйфуллина һөйләне.
- Әлфиә Сәлих ҡыҙы, әлеге ваҡытта банк карталарын һәм кеҫә телефондарын ҡулланып граждандарға ҡарата мутлыҡ осраҡтары йышая, шул иҫәптән беҙҙең районда ла. Бөрйән районында йыл башынан ниндәй төрҙә һәм нисә мутлашыу теркәлгән?
- Йыл башынан Бөрйән районы буйынса мобиль телефон ярҙамында мутлашыуҙың 5 осрағы теркәлгән. Бында граждандарҙың енәйәтселәргә үҙҙәренең кәрәкле һәм серле мәғлүмәттәрен тапшырып, йәки паникаға бирелеп зыян күреүҙәре хаҡында һүҙ бара. Күпселек кеше барыбер, белә тороп та, аҡсаһын юғалта .
- Мутлашыусылар яңынан-яңы алдашыу схемалары уйлап табып тора. Шуларҙың һуңғы айҙарҙа киң таралғандары - +7 499... йәки +7 495.... һандарына башланған абонент номерҙары менән файҙаланып мутлыҡ ҡылыу.
Мәҫәлән, енәйәтсе ышаныусан граждандарға +7 499... йәки +7 495... һандарынан башланған абонент номерынан шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра. һеҙҙең исемдән кредит алыуға ғариза килде, тип шуны раҫлауҙы һорайҙар. Бынан һуң гражданин “банк х еҙмәткәренә” үҙенең кредитҡа ғариза бирмәүе хаҡында әйтә. “Банк” хеҙмәткәре, тимәк, мутлашыусылар һеҙҙең исемдән кредит алырға ниәтләй, тип уны булдырмаҫ өсөн телефонды һалмай торорға, линияла ҡалырға үтенә һәм телефонды “банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте” вәкиленә тапшыра. Уныһы инде, үҙен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте вәкиле тип таныштырып, гражданинға, йәнәһе, уның исеменән мутлашыусыларҙың кредит алырға маташыуы хаҡында хәбәр итә. Бындай хәүефте юҡ итеү өсөн ғаризаны юҡҡа сығарыу процедураһын эшләү кәрәклеген белдерә. Бының өсөн телефонды тауышлы бәйләнеш режимына ҡуйырға, унан Сбербанк Онлайнға инергә кәрәклеген әйтә. Гражданин Сбербанк Онлайнға һәм шәхси кабинетына инә. Унан “банк хеҙмәткәре” әйтеп торғандарҙы эшләй башлай: нимә эшләгәне хаҡында уйлап та тормай, мутлашыусы әйткән төймәләргә баҫа, кредит бүлегенә инеп, тейешле суммаға кредит оформлять итә. Аҡса гражданиндың иҫәбенә күсә. Бынан һуң инде “банк хеҙмәткәре” менән бәйләнеш өҙөлә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң “банктың хәүефһеҙлек хеҙмәткәре” йәнә шылтыратып, барыһы ла килеп сыҡҡанмы юҡмы икәнлеген белешә. Унан, аҡсаларҙы һаҡлау өсөн, средстволарҙы страховка иҫәбенә күсерергә кәрәклеген белдереп, иҫәп һандарын әйтә. Гражданин йәһәтләп аҡсаларын шул рәүешле үҙ ҡулдары менән мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсерә.
2021 йылдың 4 июнендә Бөрйән районында конкрет осраҡ булды. Енәйәтсе, үҙен банк учреждениеһының хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырып, аҡсаһын урларға тырышыуҙарын сикләү өсөн ярҙам күрһәтеү һылтауы менән, алдап, гражданиндың банк картаһынан 90000 һум аҡса урланған.
Бына тағы бер осраҡ: 2021 йылдың 6 майында билдәһеҙ әҙәм, "һаҡлыҡ банкы" ның хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, йәнәһе лә гражданканың банк иҫәбенә яңылыш күсерелгән 209580,84 һум кредит аҡсаһын ҡабат ҡайтарыу кәрәклеге һылтауы менән, унан банк терминалы аша үҙе әйткән абонент номерына 78292,70 һум аҡсаһын күсерттергән. Һөҙөмтәлә беҙҙә сираттағы енәйәтсе ҡорбаны бар.
2021 йылдың 19 февралендә булған тағы ла бер осраҡ. Енәйәтсе, ҡорбанының банк картаһы мәғлүмәттәрен нисектер ҡулына төшөрөп, Интернет селтәре аша һатып алыу өсөн түләү юлы менән 6698 һум аҡсаһын урлаған. Ә бындай осраҡтар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ түгел.
- Кеше, ысынлап та, телефондан үҙен банк хеҙмәткәре тип танытҡан мутлашыусының һөйләүенә ышана. Һиңә енәйәтсе шылтыратмауын нисек билдәләргә һуң?
-“Һаҡлыҡ банкы”ның хеҙмәткәрҙәре һәм партнерҙары бер ҡасан да һеҙҙең картаның мәғлүмәттәрен, килгән смс-кодтарҙы, шулай уҡ “Сбербанк онлайн” дың логин һәм паролдәрен һорамаясаҡ. Бындай мәғлүмәттәрҙе һораған кеше – мутлашыусы.
Шуның өсөн банк вәкилдәре менән һөйләшкәндә, нимә тураһында һөйләшәгеҙ һәм ниндәй мәғлүмәттәр еткереүегеҙ тураһында бик иғтибарлы булырға кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, финанс ойошмаларының бер хеҙмәткәре лә клиенттарын телефон аша босомай. Әгәр һеҙгә һорауҙар менән йәки ниндәйҙер банк хеҙмәттәренә реклама менән шылтыраталар икән, мутлашыу ҡорбаны булмаҫ өсөн, тиҙ арала һөйләшеүҙе туҡтатыу мөһим.
- Бындай мутлашыуҙан нисек һаҡланырға?
Бик иғтибарлы булырға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.
Әгәр һеҙгә банктарҙың береһенән шылтыратып һеҙҙең түләүҙәр һәм кредит картаһы тураһында ҡыҙыҡһыналар икән, һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатырға һәм картағыҙҙың артҡы яғында күрһәтелгән контакт үҙәгенең рәсми номерына шылтыратырға кәрәк.
Әгәр билдәһеҙ кеше үҙен банк хеҙмәткәре итеп таныштырып, һеҙҙең банк картағыҙҙың реквизиттарын һорай икән, трубканы һалығыҙ – мутлашыусы!
Әгәр һеҙгә шылтыратып, һеҙҙең исемгә кемдер кредит юллай йәки картағыҙҙан аҡса күсерәләр, тиҙәр икән, был алдыҡ, һеҙҙең башығыҙҙы бутайҙар. Шәхсән банкка мөрәжәғәт итегеҙ.
Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ банк иҫәбенә күсереүегеҙҙе йәки мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн ҡушымта ҡуйырға өгөтләйҙәр икән, берүк ышанмағыҙ, юғиһә һеҙҙең Интернет-банкка енәйәтселәргә юл асыласаҡ.
Һеҙгә «банк хеҙмәткәре» әйткән номерҙарға шылтыратмағыҙ.
- Һуңғы ваҡытта «мобиль банк», «онлайн-банк» һ. б. менән ҡулланып мутлыҡ осраҡтары йышая. Был осраҡта нимә эшләргә? Был ҡушымталарҙы ҡулланмаҫҡамы?
- Йәнә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәк.
Беренсенән, һеҙҙең телефонда (компьютерҙа, планшетта һ.б.) көслө вирусҡа ҡаршы система ҡуйылған булырға тейеш. Йыш ҡына тап вирустар мутлашыусыларға һеҙҙең онлайн банк менән ҡулланырға ярҙам итә. Бөгөнгө көндә эске эштәр бүлегендә ғариза бар. Был осраҡта кешегә бер кем дә шылтыратмаған, смс-хәбәрҙәр ҙә килмәгән, ә аҡсаһы урланған.
Икенсенән, кемгә лә һәм бер ҡасан да картағыҙҙың мәғлүмәттәрен башҡа кешегә бирмәгеҙ.
Өсөнсөнән, интернет өсөн картағыҙ бәйләнгән сим-картаны ҡулланмаҫҡа тырышырға кәрәк. Ул тик онлайн-банк һәм мобиль банк өсөн генә булырға тейеш.
Дүртенсенән, онлайн-система мәғлүмәттәренең паролдәрен йыш алыштырып тороу мотлаҡ.
Һәм тағы ла бер ҡағиҙә: әгәр һеҙ сим-картаны юғалттығыҙ, йә булмаһа ташланығыҙ йәки блокировкаланығыҙ икән, уға бәйләнгән бөтә интернет-системаларынан да сығыу мотлаҡ. Оператор ул сим-картаны яңынан сығарған хәлдә, номерҙың элекке хужаһының иҫәбенә юлдар асыҡ тигән һүҙ.
- Енәйәтселәрҙе асыҡлап буламы?
- Бындай енәйәттәрҙе асыҡлауы бик ҡатмарлы, сөнки шылтыратыуҙар килгән сим-карталар урланған йәки юғалған документтарға теркәлгән була. Өҫтәүенә, хәҙер карталарҙы бер документһыҙ ҙа һатып алыу мөмкинлектәре бар.
Ҡағиҙә булараҡ, әгәр енәйәтселәр тотолһа, бер юлы ошондай уҡ бер-нисә енәйәт эше асыҡлана.
Сөнки мутлашыуҙы улар бер юлы бер нисә регионда башҡара һәм уларҙа бер генә кеше түгел. Күпселек осраҡта бер-нисә кешенән торған төркөм алдан планлаштырылған билдәле бер схема буйынса эш итә.
Миҫал өсөн шундай бер осраҡ булды. Агаповка районында хаҡлы ялдағы бер кешенең 40000 һумға яҡын аҡсаһын урлағандар. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Силәбе өлкәһенә командировкаға сыҡты. Унда шул уҡ ваҡытта Якутия өлкәһенән дә коллегалар эшләй ине. Эҙләнеү - эҙәрләкләү саралары барышында был енәйәттә ҡатнашҡан мутлашыусылар асыҡланды. Енәйәтселәр төркөмөндә бөтәһе алты кеше булған. Улар бөтәһе лә тотолдо. Енәйәт эше Якутия өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәргә тапшырылды.
Мутлашыусыларҙың барлыҡ схемалары ла тиерлек күптәргә билдәле булһа ла, уларҙың тоҙағына эләгеүсе кешеләр табылып тора. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр, мутлашыусылар тоҙағына алйот кешеләр генә эләгә, минең менән бындай хәл булмаҫ, тип уйлайҙыр. “Үҙ эшенең оҫталары” төрлө кешеләрҙе төп башына ултырта ала.
Шуның өсөн иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙҙе алдауҙарына юл ҡуймағыҙ!