Башҡортостанда 182 вакцинация пункты эшләй. Республикала беренсе компонентты 462 067 кеше алған.
Белгестәр, тиҙҙән ҡайһы бер пункттарҙа һәм медицина ойошмаларында вакцинаның етмәүе ихтимал, тип иҫкәртә. Бындай осраҡтарҙа вакцинацияға яҙылғандарҙы медицина ойошмаһына вакцина килтерелгәс саҡырасаҡтар.
Республикаға «Гам-Ковид-Вак»» («Спутник V») вакцинаһының яңы партияһы - 18900 доза килтерелгән. Препараттар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларына таратыла. Киләһе партия – 54600 доза “Спутник V” 26-26 июндә килә, тип көтөлә.