Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2021, 16:30

МӘҢГЕ ХӘТЕРҘӘ

Хәтер көнөндә Иҫке Собханғол мәктәбенең биләмәһендә митинг үтте. Тыл ветерандары, һуғыш осоро балалары – Еңеүҙе беләк көстәре, йоҡоһоҙ төндәре, көс еткеһеҙ эштә үткән көндәре, йөрәк аһтары, ихлас доғалары менән яҡынайтҡан, яулаған быуын вәкилдәре байрамса кейемдәрен кейеп түрҙән урын алды.

Бөйөк Ватан һуғышында яу яланында ятып ҡалған яугирҙәр, һуғыш мәхшәренән имен-аман ҡотолоп ҡайтып, харабанан ил күтәргән, тыныс тормош шарттарында вафат булған ветерандар иҫтәлегенә сәскәләр һалынғас, сараға йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов тәбрикләне һәм “ Һуғыш балаһы” статусына эйә булған бер төркөм тыл һәм хеҙмәт ветерандарына – 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған яҡташ инәй-бабайҙарға “Һуғыш балалары” танытмаларын тапшырҙы.
Ватаныбыҙ именлеге өсөн ҡаһармандарса һәләк булған, тыныс тормош шарттарында баҡый донъяһына күскән ил азаматтарын бер минут тын ҡалып иҫкә алғас, район ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары рәйесе Р. Салауатова ла хәтер көнөнә килгән ауыл ағинәйҙәренә, ил аҡһаҡалдарына һағышлы ла, моңһоу ҙа, иҫтәлекле лә көн айҡанлы теләк-тәбриктәрен юлланы.
Сара һуңында ветерандар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: