Райондашыбыҙ, Әбделмәмбәт ауылында тыуып-үҫкән яҡтабышыҙ, Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге Ҡала клиник дауаханаһының баш табибы, медицина фәндәре докторы Шәмиғолов Фәнил Булат улына республика Башлығы Радий Хәбиров “Хеҙмәт даны” (“За трудовую доблесть”) миҙалын тапшырҙы!
Был миҙал республикала яңы ғына барлыҡҡа килгән награда. Уны булдырыу тураһындағы Указға республика етәксеһе ағымдағы йылдың 9 июнендә генә ҡул ҡуйған. Был награда юғары оҫталыҡ, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән өсөн һәм юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
-Һеҙ – ысын хеҙмәт геройҙары, - тине Р. Хәбиров, миҙалға эйә булыусыларҙы ҡотлап.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фәнил Булат улы “Төбәк лидерҙары” милли телевизион премияһы лауреаты ла. Ул “Геройҙар ваҡыты” тигән номианцияла төп призға эйә булды.
Бынан тыш, яҡташыбыҙ медицина өлкәһендәге иң юғары наградаларҙың береһе булған Пирогов ордены кавалеры.
Ул етәкләгән дауахана коронавирус менән көрәштең дә алғы һыҙығында булды.
Фәнил Булат улы Шәмиғоловҡа киләсәктә лә кешеләр сәләмәтлеге һағындағы эшендә һәм тормошонда уңыштар насип булһын!
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайбыҙ, хөрмәтле Фәнил Булат улы!