Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Май 2021, 16:00

Шүлгәнташҡа юл нисек?

Шүлгәнгә барып еткәнсе бер нисә урында эшләп йөрөгән юлсыларға тәл булдыҡ. Әлеге ваҡытта ниндәй эштәр менән мәшғүл булыуҙарын һораштыҡ.

Юлдар тормошобоҙҙа бик ҙур роль уйнай. Районыбыҙҙа юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы коллективы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән юлдар йылдан-йыл яҡшыра бара.
Шүлгәнгә барып еткәнсе бер нисә урында эшләп йөрөгән юлсыларға тәл булдыҡ. Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы егеттәре бер нисә бригадаға бүленеп, ҡурып алып барған ҡояш аҫтында ла үҙҙәренә тәғәйен эште еренә еткереү менән мәшғүл.
- 1,4 саҡырым оҙонлоғондағы юлға асфальт һалынды. Юлдарҙың төҙөлөшө юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирергә тейеш. Әлеге ваҡытта проект буйынса сигнал бағаналар, барьер кәртәләр ҡуябыҙ. Эштәребеҙ тамамланыу өҫтөндә. Яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтарын ҡуйырға ҡалды. Егеттәр барыһы ла үҙ эштәрен белеп, һәйбәт эшләйҙәр. Әлеге мәлдә көнөнә 10 сәғәт эшләйбеҙ. Барыһы ла ыңғай ғына барһа, эштәрҙе аҙна аҙағына тамамлау, ә июнь баштарына юлды асыу тантанаһы планлаштырыла, - ти мастер Марат Хәсәнов.
Һуңғы нөктәгә тиклем асфальт һалынғас, “тимер ат”ыбыҙҙа яңы ғына һалынған ҡара йыландай борғаланып ятҡан асфальт юлдан елдереп кенә йөрөп ҡайттыҡ.
Шүлгән мәмерйәһе йүнәлешендәге юл йылдың-йылы матурая барып, ниһайәт заманса төҫ алды.
Читайте нас