Был эҫелек кешене генә түгел, үҫемлектәрҙе, хайуандарҙы ла, ғөмүмән, бар тирә-яҡты тамам биҙҙерҙе. Ә июнь нисек булыр икән һуң? Синоптиктар бына нимә вәғәҙе итә.
«Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, йәйҙең тәүге айында ҡалала аномаль эҫелек көтөлмәй. Июндең тәүге аҙнаһында ғына термометр бағанаһы +30 градусҡа тиклем күтәрелә. Һуңынан ете көнлөк ямғырлы осор башлана. Һауа температураһы түбәнәйә һәм +21 градус тирәһе була.
Ай аҙағына тиклем градустар көндөҙ әллә ни үҙгәрмәй +21, +26. Ваҡыты менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
Хәйер, иң теүлә фаразды тик өс көн алдан ғына белергә мөмкин икән. Шулай ҙа яҡшыраҡҡа өмөт итәйек, шулай бит.