«Баҫыу көнө» — тәжрибә уртаҡлашыу, яңы һөнәри белем алыу, ауыл хужалығы етештереү өлкәһендә алдынғы тәжрибәне таратыу, алдынғы технологияларға иғтибарҙы йәлеп итеү, яңы ауыл хужалығы культураларын үҫтереү алымдары менән танышыу өсөн яҡшы майҙансыҡ. Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта һөйләне.
Бында ауыл хужалығы культураларының яңы сорттарын һынау, шулай уҡ төрлө ашламалар, химик препараттар, орлоҡ ағыулағыстар ҡулланыу буйынса тәжрибә үткәрелә, техника күрһәтелә.