Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2021, 15:45

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ СЫҒАРЫЛЫШ КИСӘЛӘРЕНӘ КИЛЕРГӘ РӨХСӘТ БИРЕЛДЕ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Республика етәксеһе «Берҙәм Рәсәй»ҙең башланғысын хупланы һәм ата-әсәләргә сығарылыш кисәләренә килергә рөхсәт итте. Тик ниндәй шарттар менән? Тулыраҡ сайтта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Республика етәксеһе «Берҙәм Рәсәй»ҙең башланғысын хупланы һәм ата-әсәләргә сығарылыш кисәләренә килергә рөхсәт итте.
Атап әйткәндә, законлы вәкилдәрҙең үҙе менән паспорты, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы булырға тейеш һәм улар асыҡ һауала ойошторолған сараларҙа ғына ҡатнашырға мөмкин. Бинаға инеү өсөн ата-әсәләр түбәндәге документтарҙың береһен килтерергә бурыслы:
– коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат;
– медицина ойошмаһынан коронавирустан прививка эшләтеү, шул иҫәптән вакцинаның беренсе компонентын алыу тураһында белешмә;
– иртәлеккә, һуңғы ҡыңғырауға тиклем бер ай дауамында бирелгән COVID-2019-ға антиесемдәр булыуы хаҡында медицина белешмәһе;
– медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға ярамауы тураһында белешмә;
– ПЦР ысулы менән коронавирусҡа тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе (2021 йылдың 20 майынан һуң бирелгән);
– йоғошло сирҙәрҙән яфаланыусылар менән бәйләнештә булыу-булмау хаҡында медицина белешмәһе (2021 йылдың 20 майынан һуң бирелгән).
«Ойошма етәксеһе ҡарары буйынса, санитар-эпидемиологик талаптар (термометрия, битлек кейеү, социаль арауыҡ, дезинфекция, һауаны зарарһыҙландырыу һәм башҡалар) теүәл үтәлгән осраҡта ата-әсәләр медицина белешмәһен күрһәтмәйенсә лә ябыҡ бинала үткәрелгән иртәлеккә, һуңғы ҡыңғырауға инергә мөмкин», — тиелә документта.
Читайте нас: