Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2021, 11:54

Һәреш артта йөрөй микән?

Ошо балларҙың теле лә теле – сүбхәналлаһ мәшәә Аллаһ! Ике йәшлек ейәнсәремде, Сафияны, әйтәм. Бытылдап теле иртә асылды – һатып ебәрмәле.

Ошо балларҙың теле лә теле – сүбхәналлаһ мәшәә Аллаһ! Ике йәшлек ейәнсәремде, Сафияны, әйтәм. Бытылдап теле иртә асылды – һатып ебәрмәле.
Апайына ҡарағанда еңмеш – бауылдап, ауыҙын күккә асып иларға ла күп һорамай, үсеккән булып, ике ҡулын ҡултыҡ аҫтына тығып, ауыҙын бер бешерем итеп берәй ергә барып, арҡаһын ҡуйып та ултыра (йәнәһе, ҡаты үсеккән). Мин намаҙ уҡый башлаһам, башына яулыҡ сырмап, итәк урынына минең шул башҡа кейә торған торба формалы мосолман баш кейемемде кейеп, намаҙлыҡҡа, эргәгә килеп баҫа. “ Алла һәпәр , Алла һәпәр, бисмиллә!”-тигән булып бышылдай, үҙенсә рөҡуғҡа, сәждәгә китә – унда сәпсим лыпын ята...” Шул мәлдәр күҙ ҡырыйына эләгә, барыбер... Илағылар килеп китә. Минең , бәлки, намаҙ ҡабул булмаһа ла, уныҡы – гөнаһһыҙ сабыйҙыҡы, тушны ҡабул булалыр, тип уйлайым...
Еңмеш Сафияны дин аша тәрбиәләмәк булып, дыуҙап илап ултырһа, тыңламай кәзәләнһә, өләсәмдәй булып: “ Буҙҙама бушҡа, олома,тыңламай йөрөмә, фәрештәне ҡасырып”,- тигән булам.
“Ул кем була, ниндәй?”-тип ҡыҙыҡһына. “Нурҙан яратылған. Ике яурыныңда ултыра. Бына ( уң яурынына төртөп күрһәтәм) ошонда ултырғаны һинең яҡшы яҡтарыңды яҙа, һул яҡтағыһы – мине, әсәңде, атаңды , баҡсала тәрбиәселәрҙе тыңламаһаң, эш боҙһаң...”-тейем.
Был хәл онотолған. Бер көн килеп иҙән тултырып ташлаған тәсәй-мәсәйҙәрен йыйып алған булды ла: “ Өләсәй, теге һәреш артымда йөрөй микән?”-ти. Мин уны аңламайым: “ Ниндәй һәреш тағы, нимә?”-тим. “ Һуң , теге яҙа торған, мына (яурынын күрһәтә) ошонда ултырған, тейең бит. Ул унда ултыра алмай – ҡолап төшә (эййй, бер ҡатлы бала аҡылы) бит”, -тей. Фәрештәне әйтә икән. Шуны башында өйөрөлтөп, уйлап йөрөгән бит. “ Юҡ, ҡоламай ул, күҙгә күренмәһә лә ныҡ йәбешеп ултыра, ташламай улар кешене”, -тигән булам.
Быны нимәгә яҙам? Балаға динде бәләкәйҙән, ошо Сафиялай сағында, өйрәтер, аңлатыр кәрәк. Аҙаҡтан, уларҙың күңел моҡсайы юҡ-бар, интернет сүп-сары, донъя ҡыйы менән тулһа, теге һәрешкә (фәрештәгә) урын ҡалмауы бар.
Читайте нас: