Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҙур фажиғә булған. Бөгөн иртә менән ҡаланың Й. Фәйзи урамында урынлашҡан 175-се гимназияһында билдәһеҙ кешеләр атыш ойошторған. Ҡорбандар бар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, атышты ике кеше ойошторған. Уларҙың береһе үҫмер. Әлеге ваҡытта ул ҡулға алынған. Шулай уҡ гимназия эсендә шартлау тауышы ишетелгән. Икенсе атҡан кеше ҡулға алынмаған, ул гимназия эсендә өсөнсө ҡатта аманаттар алған һәм сығармай тип хәбәр итәләр.
Төрлө сығанаҡтар белдереүенсә, бында етенән алып туғыҙға тиклем кеше һәләк булған. Үлгәндәр – башлыса мәктәп уҡыусылары. Яҡынса ун кеше йәрәхәтләнгән.
Балаларҙы мәктәптән эвакуациялайҙар. Телеграм-каналдарҙан хәбәр итеүҙәре буйынса, ҡурҡҡан балалар тәҙрәнән һикергән. Ҡайһы бер балалар һикергән саҡта һәләк булған. Урында 20-нән ашыу ашығыс ярҙам бригадалары эшләй. Прокуратура тикшереү эше башлаған.