Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2021, 13:00

Киләһе аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?

Башҡортостанда киләһе аҙнала ямғырлы һауа торошо көтөлә.

Башҡортостанда киләһе аҙнала ямғырлы һауа торошо көтөлә.

Алдағы ял көндәрендә лә ямғырлы һауа торошо вәғәҙәләйҙәр, һауа температураһы төндә +1,+6, көндөҙ +9,+14 градус фаразлана. Дүшәмбе-шишәмбе яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел, ләкин урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһы +10,+15 градусҡаса күтәрелеүе ихтимал. Шаршамбы-кесаҙна йәнә яуым-төшөм ихтималлығы арта.

Ярай, яуһын, әйҙә, үләндәр ҡалҡыр. Тик артығын ғына шаштырмаһа булды. Сөнки ташҡын хәүефе әле бөтмәгән.

Читайте нас: