Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2021, 16:05

Владимир Путин балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә, балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе. Ул балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте.
Президент шулай уҡ йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20% кире ҡайтарған программаны оҙайтырға ла тәҡдим итте. Студенттар туризмын үҫтереү тураһында ла әйтеп үтте.

«Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк», — тине дәүләт башлығы.

Читайте нас: