«Әсәй йәки атай кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡта ата-әсәләрҙең береһе күрһәтелмәгән йә иһә ата-әсә айырылған ғаиләләргә айырым ярҙам күрһәтергә кәрәк. 1 июлдән тулы булмаған ғаиләлә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләү – ил буйынса уртаса 5600 һум тәғәйенләнә», — тине Владимир Путин.
Шулай уҡ Рәсәй Президенты бала көткән һәм матди ярҙамға мохтаж ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ күрһәтергә тәҡдим итте.
«Буласаҡ әсәнең дәүләт ярҙамын тойоуы, балаһын һаҡлап ҡалыуы бик мөһим. Йөклөлөктөң иртә срогында иҫәпкә торған һәм матди хәле ауыр булған ҡатын-ҡыҙҙарға ил буйынса уртаса 6350 һум күләмендә айлыҡ түләүҙе күҙ уңында тоторға тәҡдим итәм», — тине Путин.