Автомобилистәр араһында тәҙрәләре ҡараңғылатылған (тонировкаланған) автомобилдәрҙә йөрөүгә өҫтөнлөк биреүселәр бик күп. Тонировканың иң ҙур минусы – ул бигерәк тә тирә-яҡ насарыраҡ күренгән мәлдәрҙә водитель урынынан күреү мөмкинлеген байтаҡҡа кәметә. Тап ошо сәбәп йәйәүлеләрҙе бәрҙереүгә, йәки башҡа техника менән бәрелешеүгә, йәки маневр яһағанда яңылышыуға булышлыҡ итә.
Техник регламент һәм тәгәрмәсле транспорт сараларының хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы, автомобилдәрҙә алғы тәҙрәләрҙең яҡтылыҡ үткәреү кимәле - 75, алғы ян тәҙрәләрҙеке 70 проценттан кәм булырға тейеш түгел.
Тап ошоларҙы иҫәпкә алып, 19 апрелдән 28 апрелгә тиклем Бөрйән районы биләмәһендә “Тонировка” тигән операция үткәрелә. Уның барышында ҡараңғылатылған тәҙрәләрҙең тейешле нормативтарға тап килеүкилмәүе тикшереләсәк һәм ҡағиҙә боҙоу осраҡтары асыҡланасаҡ.
Был ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн РФ КоАП-ының 12.5 статьяһының 3.1 өлөшө буйынса административ материал төҙөлә һәм тәҙрәләр яҡтылыҡ үткәреү буйынса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән осраҡта 500 һум күләмендә штраф һалына. Водителдәргә был ҡағиҙә боҙоуҙы урында уҡ бөтөрөү тәҡдим ителә. Ә урында был мәсьәләне хәл итергә теләмәгәндәргә уны бөтөрөү ваҡыты күрһәтелгән талап ҡағыҙҙары тапшы - рыла.
Әгәр ҙә водитель күрһәтелгән ваҡыт арауығында уны үтәмәгән, был ҡағиҙәне ҡабатлап боҙған икән, ЮХХДИ хеҙмәткәре РФ КоАПының 19.3 статьяһы буйынса водителгә ҡарата административ яза ысулын ҡулланыуы мөмкин. Бының өсөн 500 һумдан 1000 һумға тиклем штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ арест ҡаралған.
Л.Алтыншина, ЮХХДИ хеҙмәткәре.