Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2021, 15:30

"ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫ" 29 АПРЕЛДӘ ҮТӘСӘК

Быйыл “Еңеү диктант”ы 29 апрелдә уҙасаҡ. Был юлы ҙур майҙандарҙа ғына түгел, ә бәләкәй ауылдарҙа ла ойоштороласаҡ.“Еңеү диктанты”ның һорауҙарының бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышына һәм бөйөк совет полководецтарының юбилейына бағышланасаҡ. Диктантты уҙғарылған урынға барып, шулай уҡ диктантпобеды.рф сайтына инеп, онлайн рәүештә яҙырға ла мөмкин.

“Еңеү диктанты”ның һорауҙарының бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышына һәм бөйөк совет полководецтарының юбилейына бағышланасаҡ. Диктантты уҙғарылған урынға барып, шулай уҡ диктантпобеды.рф сайтына инеп, онлайн рәүештә яҙырға ла мөмкин.
“Быйыл “Еңеү диктант”ы 29 апрелдә уҙасаҡ. Был юлы ҙур майҙандарҙа ғына түгел, ә бәләкәй ауылдарҙа ла ойоштороласаҡ. “Рәсәй хеҙмәттәшлеге” ярҙамында сит илдәге ватандаштарыбыҙ һәм сит ил граждандары диктант яҙа ала. Бынан тыш, теләгән һәр кемгә онлайн-форматта акцияла ҡатнашырға мөмкин”, – тип белдерҙе брифингта “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Тарихи хәтер” партия проектының йәмәғәт советы рәйесе, Рәсәй тарих йәмғиәте рәйесе Сергей Нарышкин.
Имтихан өсөн һорауҙарҙы Рәсәй тарих үҙәге, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм Рәсәй гуманитар университеты әҙерләгән. Диктант яҙыуҙа ҡатнашҡандарға 25 мәсьәләне үтәргә тура киләсәк, шул иҫәптән 20 һорау дөйөм хәрби-тарихи темаға һәм биш һорау төбәккә ҡағыла, ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының генераль советы урынбаҫары Александр Хинштейн.
“Һорауҙарҙың бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышының башланған ваҡытына һәм тәүге йылдағы фажиғәле ваҡиғаларға, еңелеүҙәргә һәм еңеүҙәргә, шулай уҡ быйыл юбилейҙарын билдәләйәсәк бөйөк полководецтарыбыҙға ҡағыласаҡ. Георгий Жуковҡа һәм Константин Рокоссовскийға 125 йыл тула”, – тип билдәләне Александр Хинштейн.
Акцияны ойоштороусылар 12 меңгә тиклем майҙансыҡты асырға ниәтләнә. Былтырғы кеүек уларҙы Оборона министрлығы, Рәсәй милли гвардияһы, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы учреждениелары базаларында, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалалары” предприятиеларында, “Росатом”, “Роскосмос”, “Росморречфлот”, Рәсәй тимер юлы, “Росгидромет” объекттарында, кораблдәрҙә һәм атом электр станцияларында ойошторорға йыйыналар. Сит илдә иһә “Рәсәй хеҙмәттәшлеге” булышлығында майҙандар йәлеп ителәсәк.
Башҡортостанда әлеге мәлдә акцияны үткәреү буйынса Төбәк ойоштороу комитеты төҙөлгән. “Еңеү диктанты”нда Дәүләт Думаһы һәм төбәк парламенты депутаттары, чиновниктар, уҡыусылар, студенттар һәм ил тарихы темаһы ҡыҙыҡ булған һәр кем ҡатнашасаҡ.
– Тесты яҙыу майҙандары төбәктең барлыҡ муниципалитеттарында, юғары уҡыу йорттарында, “Рәсәй – Минең Тарих” тарихи паркында, республиканың Хәрби дан музейында булдырыласаҡ. Шулай уҡ ябыҡ төрҙәге Алкин-2 хәрби часы, Рәсәй милли гвардияһы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе базалары ла йәлеп итәләсәк. Былтыр Башҡортостанда “Еңеү диктанты” халыҡ-ара акцияһы 87майҙансыҡта үтте, – тине “Тарихи хәтер” партия проектының төбәк координаторы Эдуард Сәйетбаталов.
"Диктанты ойоштороуҙа Рәсәйҙең һәр бер бәлиғ булған гражданы ярҙам итә ала. Бының өсөн волонтерыпобеды.рф порталына инергә һәм ирекмән булып теркәлергә мөмкин”, – тип һөйләне “Берҙәм Рәсәй” генераль советы эш төркөмөнөң йәштәр тәҡдимен хуплау буйынса рәйестәше, “Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк штабы рәйесе Ольга Амельченкова.
“Бынан тыш, ирекмәндәр өсөн ойошторолған әҙерлекте үтеү мөһим. Ул ике форматтан торасаҡ. Ул – “Еңеү ирекмәндәре” махсус платформаһында онлайн һәм “Еңеү диктанты” уҙғарылған майҙансыҡтарҙың үҙендә уҡыуҙар”, – тип асыҡлыҡ индерҙе Ольна Амельченкова. Былтыр 25 мең кеше акцияны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте һәм быйыл ирекмәндәр тағы ла күберәк булыр тигән ышаныс белдерҙе ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Еңеү диктанты” быйыл өсөнсө тапҡыр үтәсәк. Акцияны “Берҙәм Рәсәй” партияһы, Рәсәй тарих ойошмаһы һәм “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте ойоштора. Былтыр Рәсәйҙән һәм 75 сит ил дәүләтенән миллиондан ашыу кеше үҙ белемен тикшерә алған.
Читайте нас: