Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Март 2021, 12:00

«Атайсал» проекты эшләй башланы

Башҡортостанда һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

«Атайсал» тормошобоҙҙо нисек яҡшыртасаҡ?
Башҡортостанда һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан бик күп уңышлы кешеләр йәшәй. Әгәр уларҙың һәр береһе бәләкәй Ватанына ярҙам итһә, был башланғыс шул төбәктең тормошон бермә-бер яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Йөҙҙәрсә кеше йылдар дауамында шулай эшләй ҙә: аҡсалата, техника менән ярҙам күрһәтә йәки төрлө эштәрҙә шәхсән ҡатнаша. Әммә ярҙам итергә теләп тә, быны нисек эшләргә белмәүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, кемдер бик күп йыл элек Мәскәүгә күсеп киткән, хәҙер ул ауыл советында бер кемде лә белмәй, ә һәр төрлө фондтарға һәм активистарға ышанып етмәй. Бына шундай меценаттарға ярҙам итеү маҡсатында республикала «Атайсал» тип аталған ҙур проект старт алды. Бөгөн әлеге башланғыстың төп асылы тураһында һөйләйбеҙ.
Меценаттар өсөн: программала нисек ҡатнашырға һәм был нимә бирә?
Тәү сиратта, проект – ул нимәне нисек, ҡайҙа һәм ҡасан эшләүҙе аңлатҡан ғәмәли пособие. Шулай уҡ ул ике яҡтың да ғәҙел эш итеүен гарантиялай, үҙенә күрә йәмәғәт контроле ролен үтәй. Ауыл советы рәйесе менән һөйләшеп килешеү – бер нәмә, ә бына барыһын да рәсми рәүештә теркәп, ярҙам итеү – бөтөнләй икенсе эш, сөнки был осраҡта урындағы чиновниктар алынған аҡса өсөн яуаплылыҡ тоясаҡ.
Икенсе яҡтан, был үҙенә күрә «Почет таҡтаһы». Кешеләрҙең ихлас рәхмәтен ишетеү ҙә, һин күрһәткән ярҙамдың кәрәклеген тойоу ҙа бик мөһим. Проектты республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары күтәреп алды, шуға күрә ҡатнашыусылар тураһында гәзиттәрҙә яҙыласаҡ, телевизор аша күрһәтеләсәк.
Башланғыс хуплау тапты! Бер нисә көн эсендә генә күп кенә бизнес тармағы вәкилдәре унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар фельдшер-акушерлыҡ пункттарының тышын көпләйәсәк, ҡыйығын яңыртасаҡ, йылға-күлдәрҙе тергеҙәсәк, шишмәләрҙе төҙөкләндерәсәк. Яҡын арала изге эшкә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла ҡушыласаҡ.
Проектҡа ҡушылыу өсөн ataisal.ru сайтына инеп, теркәлергә, артабан кешеләргә ҡыҙыҡлы булырлыҡ проект тәҡдим итеп, уның хаҡында ҡыҫҡаса һөйләргә кәрәк. Күпмелер ваҡыттан һуң һеҙгә «Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһынан шылтыратып, мәғлүмәтте теүәлләйәсәктәр. Артабан һеҙҙең мәғлүмәт сайтта урын аласаҡ. Был этапты үтеү шәхесте раҫлау һәм ниәттәрегеҙҙе асыҡ рәүештә күрһәтеү өсөн кәрәк. Ун көн дауамында һеҙгә ауыл советынан шылтыратып, «Эйе, беҙ әҙер», тип белдерәсәктәр һәм әлеге йүнәлештә эш итеү буйынса кәңәшсе буласаҡ яуаплы кешенең телефонын бирәсәктәр. Һеҙгә ебәрелгән реквизитҡа ярашлы, аҡсаны райондың хәйриә фондына күсерәһегеҙ. Муниципалитет барыһын да үҙе эшләй һәм башҡарылған эш тураһында сайтта отчет бирә.
Миллион һумға торошло әллә ниндәй ҙур проекттар уйлап табырға кәрәкмәй. Эргә-тирәбеҙҙәге тормошто саҡ ҡына булһа ла яҡшыраҡ итеү өсөн ҡайһы берҙә ҙур булмаған сумма ла, мәҫәлән, 50 мең һум да етә. Эре бизнес донъяһы өсөн был әллә ни ҙур аҡса һаналмай, ә кешеләргә – файҙа. Шулай уҡ һеҙ башҡа яҡташтарығыҙ менән берләшеп, ниндәйҙер проблеманы бергәләп хәл итә йәки сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай алаһығыҙ. Мәҫәлән, ауыл зыяратын кәртәләргә 200 мең һум аҡса кәрәк, ти, һеҙ уның бер өлөшөн ҡаплай алаһығыҙ.
Мөһим! Әгәр һеҙ быға тиклем дә, башҡа кешеләргә белдермәйенсә, ярҙам итеү менән шөғөлләнһәгеҙ, был изге эшегеҙҙе дауам итә алаһығыҙ. «Атайсал» проектында ҡатнашыу-ҡатнашмау – һәр кемдең шәхси эше.
Ябай кешеләргә был нимә бирә?
Тиҙҙән сайтта ҙур «заявкалар кенәгәһе» барлыҡҡа киләсәк. Ауыл-ҡалаларҙың хакимиәттәре үҙ теләктәрен һала ала. Мәҫәлән, «беҙҙең ауылда кисекмәҫтән клубтың тәҙрәләрен алмаштырырға кәрәк» йәки «Яҡуп ауылына тиклем өс саҡрым оҙонлоғонда юлды төҙөкләндереү талап ителә».
Әлбиттә, бөтә талап ителгән эштәрҙе бағыусылар ярҙамы менән генә хәл итеп бөтөп булмаясаҡ, әммә битараф булмаған кешеләр теге йәки был ауылға ниндәй ярҙам кәрәк икәнлеген беләсәк. Бер ыңғайҙан дәүләт тә ихтыяждар тураһында мәғлүмәткә эйә буласаҡ.
Шулай уҡ һеҙ «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы»на ла ҡушыла алаһығыҙ һәм бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тотасаҡһығыҙ – бағыусы ла табасаҡһығыҙ, дәүләттән ярҙам да аласаҡһығыҙ. Әгәр кемдер белмәй икән – был программала тотош ихата, урам йәки ауыл менән ҡатнашырға мөмкин. Ғариза биреп, кәрәкле сумманың бер өлөшөн индереп, миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Бына ошо үҙегеҙ индерергә тейеш иғәнәне бағыусыларҙан һорарға мөмкин дә инде. Бындай ярҙам төрө лә «Атайсал» проектының маҡсатына һәм асылына тура килә.
ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Ниндәй проекттар ҡатнаша ала?
  • Һәйкәлдәрҙе, обелискыларҙы һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы реставрациялау, төҙөү һәм төҙөкләндереү.
  • Спорт саралары үткәреү, спорт һәм балалар-уйын майҙансыҡтарын төҙөү, ремонтлау һәм төҙөкләндереү, спорт командаларына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү, спорт мәктәптәре өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу.
  • Ҡорамдар, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөү һәм реконструкциялау.
  • Мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары төҙөүгә һәм ремонтлауға финанс ярҙамы күрһәтеү, парктарҙы һәм ял биләмәләрен төҙөкләндереү.
  • Хайуандар өсөн приют төҙөү, тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға булышлыҡ итеү, йәмәғәт ойошмаларына, хайуандарҙы яҡлаусыларға ярҙам күрһәтеү, шишмәләрҙе, зыяраттарҙы төҙөкләндереү.
  • Төрлө сараларҙы, акцияларҙы, күргәҙмә һәм фестивалдәрҙе, балалар өсөн программаларҙы ойоштороуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү.
  • Китап баҫыу, ауыл китапханалары фондын яңыртыуға булышлыҡ итеү, фильмдар төшөрөү.
  • Ә бына ниндәй эштәр проект аша үтмәйәсәк:
    • Дауаланыу, реклама һәм нимәнелер таратыу өсөн аҡса йыйыу.
    • Дини саралар (асыҡлап әйткәндә, сиркәүҙе реставрацияларға ярҙам итергә мөмкин, ә тәре походы ойошторорға булышлыҡ итеү – юҡ).
    • Сәйәси, мәғлүмәти һәм агитация кампаниялары менән бәйле эшмәкәрлек. Мәҫәлән, ауыл советына депутатлыҡҡа кандидат йәки урындағы заводтың яңы төр колбасаһы менән таныштырыу.
    • ИНФОГРАФИКА
      «Атайсал» программаһында ниндәй проекттар ҡатнаша ала
      Һәйкәлдәрҙе, обелискыларҙы һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы реставрациялау, төҙөү һәм төҙөкләндереү.
      Спорт саралары үткәреү, спорт һәм балалар-уйын майҙансыҡтарын төҙөү, ремонтлау һәм төҙөкләндереү, спорт командаларына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү, спорт мәктәптәре өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу.
      Ҡорамдар, мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөү һәм реконструкциялау.
      Мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары төҙөүгә һәм ремонтлауға финанс ярҙамы күрһәтеү, парктарҙы һәм ял биләмәләрен төҙөкләндереү.
      Хайуандар өсөн приют төҙөү, тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға булышлыҡ итеү, йәмәғәт ойошмаларына, хайуандарҙы яҡлаусыларға ярҙам күрһәтеү, шишмәләрҙе, зыяраттарҙы төҙөкләндереү.
      Төрлө сараларҙы, акцияларҙы, күргәҙмә һәм фестивалдәрҙе, балалар өсөн программаларҙы ойоштороуға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеү.
      Китап баҫыу, ауыл китапханалары фондын яңыртыуға булышлыҡ итеү, фильмдар төшөрөү.
      Проект аша үткәрелмәйәсәк
      Дауаланыу, реклама һәм нимәнелер таратыу өсөн аҡса йыйыу.
      Дини саралар.
      Сәйәси, мәғлүмәти һәм агитация кампаниялары менән бәйле эшмәкәрлек.
      Читайте нас: