Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 21:28

Йәш ғаиләләргә - Яңы йыл бүләге!

Яңы йыл алдынан “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса өс ғаиләгә сертификаттар тапшырылды.

Яңы йыл алдынан “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса өс ғаиләгә сертификаттар тапшырылды.
Йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға һәм төҙөүгә субсидия, бала тыуғанда банктарға кредит бурысы булһа, уны өлөшләтә ҡаплауға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн өҫтәмә социаль ярҙам танытмаһы ала. Бөгөнгө көндә был программала 28 кеше ҡатнаша.
Яңы йыл алдынан йорт төҙөүгә йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программаларға ярашлы, 3 ғаилә: Әбделмәмбәттән Ринат һәм Альмира Сәйфетдиновтар, Иҫке Собханғолдан Азат һәм Лилиә Ҡолһариндар, Бәләкәй Ҡыпсаҡтан Вилнур һәм Илүзә Баязитовтар ошондай дәүләт ярҙамы алып һөйөндө.
Район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов йәш ғаиләләрҙең башҡа ғаиләләргә лә үрнәк булып тороуҙарын билдәләп:
- Был программа, ысынлап та, республикала, районда иң кәрәкле программаларҙың береһе. Ул төплө белем алған, ауыл ерендә ҡалырға хәл иткән йәш белгестәребеҙҙе һаҡлап ҡалырға, киләсәктә уларға тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә этәргес булып тора. Балаларығыҙ ишәйһен, эштәрегеҙ уң, өйҙәрегеҙ күркәм, ҙур, яҡты булһын. Хеҙмәтегеҙ районға файҙа килтерһен, - тине.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М. Ғүмәров:
- Район йәштәренә ярҙам итә алыуыбыҙ өсөн ҡыуанабыҙ. Киләсәктә районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индерерһегеҙ, үҙегеҙ һымаҡ лайыҡлы шәхестәр үҫтерерһегеҙ тип ышанабыҙ, - тине.
Шулай уҡ етәкселәр сертификат алыусыларҙы аҡсаларын маҡсатҡа ярашлы тотонорға, КФХ өлкәһендә кәмендә 5 йыл эшләргә, мәлендә отчеттарын биреп барырға тейешлектәре хаҡында иҫкәрттеләр.
Читайте нас: