Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 21:43

«Таң»ға йыллыҡ байҡау яһаным....

2020 йыл тарихта нисегерәк үҙ урынын табыр тип уйланаһы юҡ. Үтеп барған йыл бөтә тормошобоҙҙо бөтөнләй икенсе итеп үҙгәртеп ебәрҙе. Бар халыҡ, ошо зәхмәттең аҙағы булыр мы, юҡмы, ҡасан элеккесә йәшәй башларбыҙ икән, тип баш вата.

2020 йыл тарихта нисегерәк үҙ урынын табыр тип уйланаһы юҡ. Үтеп барған йыл бөтә тормошобоҙҙо бөтөнләй икенсе итеп үҙгәртеп ебәрҙе. Бар халыҡ, ошо зәхмәттең аҙағы булыр мы, юҡмы, ҡасан элеккесә йәшәй башларбыҙ икән, тип баш вата.
Яңыраҡ бер ҙур ҡалала плакат яҙып элгәндәр. Унда: “2020 год, уходи”, тип яҙылған. Ошоға тиклем бер ваҡытта ла шундай һүҙҙәр менән иҫке йыл менән хушлашҡаныбыҙ юҡ ине бит. Халыҡ ялҡты.
Был зәхмәт тураһында Айһылыу Ғарифуллина яҙҙы. Мәҡәлә “Палата №11” тип аталды. Һәр кем: “Мин ни эшләр инем ошо хәлдә”, тип күҙ ал дына килтергәндер, моғайын.
Райондың “Таң” гәзите, ғөмүмән, был зәхмәт тураһында һәр ваҡыт яҙып торҙо. Айһылыуҙың үтеп барған йылдағы иҫтә ҡалырлыҡ мәҡәләләренең ҡайһы берҙәрен һанап китәйек: “Аҡыл янсығынан”. Мәҡәлә фәҡәт тормош күренештәре тураһында. “Шәһит ағайҙың эшенә ил шаһит”. Мәҡәлә Иҫке Мөсәт ауылы уҙаманы Шәһит Хәйбуллин тураһында бара. Ауылдың шундай эшсән, күркәм ғаиләһе һоҡланыу ғына тыуҙыра. Уның тормош иптәше Рауза ла һәр ваҡыт райондың һауынсылары араһында беренсе урын ала торғайны.
“Күмәкләгән яу ҡайтарҙы”. Был мәҡәлә ҡурсаулыҡтағы урман янғыны тураһында ине. Үҙем дә ошо янғынға ҡағылышлы фекерҙәремде әйтмәй булдыра алмайым. Ниндәй генә янғын булмаһын, был афәт яҡшы күренеш түгел. Ҡурсаулыҡта янғын сыҡҡан көнө Көньяҡ Үҙән урмансылығында ла дүрт янғын сыҡты. Урмансылар Килдеғол ауылы эшҡыуарҙары, ауыл халҡы ярҙамында дүрт янғынды ла шул көнө үк һүндерә алды.
Ғөмүмән, Ҡыпсаҡта ла, Килдеғолда ла, Бәләкәй Ҡыпсаҡта ла халыҡ ошондай афәттәр мәлендә бик әүҙем ярҙам итә. Ә ҡурсаулыҡта бер янғынды һүндерә алмай, ҙурайттылар. Ҡурсаулыҡта янғынды һүндереүҙә төп роль уйнаған тракторсыларға бөгөн булһын рәхмәт әйтмәгәндәр. Бер трактор, һабан менәнме ул, алдағы көрәге менәнме - бер нисә йөҙ кешене алмаштыра. Ҡыпсаҡ эшҡыуары Йыһанур Шәмиғолов сылбырлы тракторының багын туптулы итеп яғыулыҡ менән тултырып, өс көн буйы янғынға ҡаршы ебәрҙе. Рәхмәт әйтергә уйлаусы булһа, трактористың исеме Заһир Ҡарамышев икәнен әйтеп үтәйем. Тағы шуныһы, әгәр ҙә ҡурсаулыҡ булмаһа, Үҙән йылғаһы мотлаҡ һайығаясаҡ.
“Бөрйәндең хәтер китабы”. Был мәҡәлә райондың патриоты Флүр Ғазин тураһында. Үткән йыл Марат Йәримов бик әүҙем яҙышты. Уның яҙмаларын уҡығандар, уны белмәгән хәлдә лә, авторҙың белемле кеше икәнен күҙаллай ала. Уның совет осоронда районда барған төҙөлөштәрҙе башынан аҙағынаса ентекләп яҙыуы оҡшай. Ул “Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары” тип исемләнгән мәҡәләһендә 1990 йылда Бөрйәнде һыу баҫыуын, 30 йыл үткән ваҡиғаларҙы, йылъяҙма кеүек итеп яҙҙы. Ҙур рәхмәт уға.
Шулай уҡ райондың билдәле кешеһе Юлай Садиҡовтың Прохоровтар тураһында яҙған “Быуындар бәйләнеше” һәм“ 450 ҡурайсы – бер майҙанда” тигән мәҡәләләре һис шикһеҙ уңышлы яҙылған ине. Тик шуныһы – 450 кешенең исемдәрен теҙеп яҙыу мөмкин түгел.
Н. Шәмиғолова исемле һеңлекәштең“ Ватандаштарыма аманатымды тапшыр” тип исемләнгән мәҡәләһе Сәғитов Барый Ҡәйүм улы тураһында. Мәҡәлә бик яҡшы яҙылған.
Еңеүгә арналған мәҡәләләр байтаҡ сыҡты, уларҙың барыһын да яҙып бөтөрлөк түгел, тағы ла икәү һен генә иҫегеҙгә төшөрөп үтәм: Хөснә Исламбаеваның “Мин дә һуғыш балаһымын” исемле яҙмалары, З. Шәмиғолованың “Яу яланы булды тотош ил” тип аталған мәҡәләһе. Хеҙмәт ветерандары тураһында илленән күберәк мәҡәлә сыҡты, улар араһында “Ерҙән айырылған елгә оса” тигән мәҡәлә Нәби ауылы аҡһаҡалы Сабир Йәғәфәров тураһында. Был турала Айһылыу Ғарифуллина яҙып сыҡты.
Ләйлә Исмәғилеваның “Силәгенә күрә ҡапҡасы” тип аталған мәҡәләһе Иҫке Монасип ауылы ветераны Әхәт ағай Буранов тураһында. “Ауыл аҡһаҡалы ул”. Быны Әғләм Шәрипов яҙған, ул Ғәҙелгәрәй ауылы кешеһе Рафиҡ Йомағужин тураһында. “Орденлы аҡһаҡал ” мәҡәләһе Мораҙым ауылынан хеҙмәт ветераны Зинһар Моратшин бабай тураһында.
Нәфисә Тулыбаева яҙған уны. Яҙыусы Зөлфәр Толомғужин ағайҙың “Аҡыллы, намыҫлы йәшәне” тип исемләнгән мәҡәләһе район үҙәгендә йәшәп, донъя ҡуйған уҙаман Әҡсән ағай Байморатов тураһында. Килдеғол ауылы хәбәрсеһе Мөнир Фәйзуллиндың өс мәҡәләһе маҡтауға лайыҡ. “Ғүмерҙәре бушҡа үтмәгән” исемле мәҡәлә Байназар ауылы аҡһаҡалы Ғизетдин Алтынбаев тураһында ине. Әле яңыраҡ ҡына район гәзитендә ҡарттың моряктарҙың баш кейемен кейеп төшкән фотоһы сыҡҡайны, күп тә үтмәй, вафаты ишетелде. “Һунарсы тигән даны бар” һәм “Тағы ла бүреләр тураһында”. Был ике мәҡәлә лә Килдеғол һунарсыһы Хәбир Исхаҡов тураһында.
Әлфинә Юлсуринаның мәҡәләләре сыға башланы. Бына уның Ырғыҙлы ҡыҙы Фәниә һәм украин кешеһе Александр Рудаялар тураһында мәҡәләһе күп кешегә оҡшағандыр тип уйлайым. Райондашыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманованың “Бөрйәндәрҙең Айһылыуы үә Таңһылыуы” исемле хеҙмәте бик яҡшы килеп сыҡҡан.
Үткән быуаттың етмешенсе йылдары башында алты ауылды берләштергән “Ағиҙел” колхозы етәксеһе Баязитов Риф ағайҙы быйыл район гзитендә күреү яҡшы булды, уны 47 йыл күргәнем юҡ ине. Техникум тамамлағас, иң тәүҙә уның етәкселегендә эш башланым. Ул кеше тураһында тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлайым.
Риф ағай менән Рәшиҙә апай тураһында Ҡырмыҫҡалы районы хәбәрсеһе Рәғиҙә Ғиззәтуллина бик йылы итеп һүрәтләгән. Мәҡәләнең исемегенә ни тора: “Һоҡланғыс кешеләр бар донъяла”.
Флүрография. Флүр Газин йылды тамамлар алдынан ҙур күләмле хеҙмәт яҙҙы. Флүр ҡустының “Тәбиғәт ҡосағында” тип исемләнгән был хеҙмәте ныҡ оҡшаны. Бында әҙәм балаһының тәбиғәт ҡанундарына бойһоноп, бойһонмаған хәлдә лә, уға ҡаршы килмәй йәшәргә тейеш тигәнгә ишара яһала.
Гәзит хәбәрселәренең бөтәһенең дә эштәрен барлап, һанап бөтөп булмай, ошо әйтеп үткәндәргә әллә нисә тиҫтә мәҡәлә өҫтәргә булыр ине, был мөмкин түгел.
Алдағы йылдарҙа ла гәзиттән айырылмайыҡ.
Читайте нас: