Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2021, 21:21

Балалар байрамһыҙ ҡалманы

Быйыл, эпидемиологик хәлгә бәйле, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, физик мөмкинлектәре сикле булған, ауыр хәлдә йәшәгән балалар муниципаль шыршы байрамында ҡатнаша алманы. Әммә балалар байрамһыҙ ҙа ҡалманы.

26 декабрҙә район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, уның беренсе урынбаҫары М. Ғүмәров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, опека һәм попечителлек секторы вәкилдәре балаларҙы өйҙәренә барып ҡотланы.
Районда барлығы физик мөмкинлектәре сикләнгән - 117, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған - 63, мохтаж ғаиләләрҙән булған 176 бала яңы йыл алдынан матур бүләктәр алып ҡыуанды. Байрам кәйефен тыуҙырып, бүләктәр таратыусы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға балалар яңы йыл тураһында шиғырҙарын һөйләнеләр, улар менән фотоға төштөләр.
Район хакимиәте бүләктәр һатып алыуҙа ярҙам иткән шәхси эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәт белдерә. Балалар байрамһыҙ ҡалманы Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” һәм “Еңеү ирекмәндәре” хәрәкәте менән ойошторолған “Яңы йыл менән, ветеран” исемле федераль акция сиктәрендә райондың ике Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына – Абдулла Ваһапов менән Гөлгизәр Изгинаға бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: