Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 13:55

Республикала тәүлек эсендә COVID-19 йоҡтороуҙың рекордлы һаны теркәлде

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың яңы осраҡтары һаны буйынса рекорд ҡуйылды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә – 106 кеше. Шулай итеп, пандемия башланғандан һуң төбәктә 11 653 осраҡ асыҡланған.

Хәҙерге ваҡытта 262 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың 13-ө – ауыр хәлдә, дүртәүһе – үпкәне яһалма елләтеү аппаратында. Ә 490 кеше амбулатор медицина ярҙамын ала.
Тәүлек эсендә Башҡортостанда 60 кеше һауығып сыҡҡан. Коронавирустан вафат булыуҙың рәсми раҫланған осраҡтары – 61.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы хәбәр итеүенсә, коронавирус һәм пневмония менән ауырыған пациенттар өсөн әҙерләнгән биш мең урындың 79% тулы. Резервта – 21%.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: