Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ноябрь 2020, 11:15

Республикала коронавирус арҡаһында бөтә вуздар йәнә өйҙән уҡыуға күсерелде

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының беренсе һәм сығарылыш алды курстары студенттары өйҙән уҡыуға күсә.

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының беренсе һәм сығарылыш алды курстары студенттары өйҙән уҡыуға күсә.
Белем биреү учреждениеларында COVID-19 йоҡторғандарҙың артыуына бәйле ҡабул ителгән ҡарар тураһында бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте. Бынан алда ноябрь башында юғары уҡыу йорто студенттары ғәҙәттәгесә уҡый башларға тейеш ине.
Министр һүҙҙәренсә, көн һайын юғары уҡыу йорттарында студенттар һәм уҡытыусылар араһында 30-50 сирле теркәлә. Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, коронавирустан тыш, башҡа сирҙәр ҙә осрай.
Сығарылыш курстары студенттарын уҡытыу форматын уҡыу йорттары етәкселеге һайлай, тип өҫтәне Айбулат Хажин.
Урта махсус уҡыу йорттарында ауырыу йоҡторғандар күп түгел, шуға күрә колледж-техникум студенттары ғәҙәттәгесә уҡыуын дауам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы уҡыу йылы башланғас, вуздарҙың бакалавриат һәм магистратураның беренсе курс студенттары, шулай уҡ колледждарҙың беренсе һәм сығарылыш курстары ғына уҡырға йөрөй башланы. Ҡалғандары өйҙән уҡыны.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйылғы уҡыу йылында урта махсус уҡыу йорттарында — 94 меңгә яҡын, вуздарҙа 98 мең самаһы студент белем ала.
Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: