Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь 2020, 12:23

Затон биҫтәһендә яңы поликлиника төҙөлә

Өфөлә, Затон халҡын ҡыуандырып, 9-сы ҡала дауаханаһы янында поликлиника төҙөлә башланы.

Өфөлә, Затон халҡын ҡыуандырып, 9-сы ҡала дауаханаһы янында поликлиника төҙөлә башланы.
Поликлиника сменаһына 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Ул өс төп блоктан торасаҡ: өлкәндәр поликлиникаһы, балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы. Төҙөлөш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бара. Һәйбәт яңылыҡты республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.
Бина заманса йыһазландырыласаҡ. Уның урта өлөшөндә процедуралар, кабинеты, рентген-диагностика аппараты, маммограф, компьютер томографияһы кабинеттары урынлашасаҡ, ординаторҙар, урта персонал бүлмәләре лә шунда буласаҡ.
Объект төҙөлөшөн 2022 йылдың сентябренә тамамлау планлаштырылған.

Фото: "Молодежная газета".
Читайте нас: