Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 18:45

ҮҘҠУРСЫУ - ҺӨҘӨМТӘЛЕ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК САРАҺЫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерерҙе. Унда 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимына күсергә тәҡдим ителде.

Башҡортостанда "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса планлы эш алып барыла, шулай уҡ пандемияға бәйле эште яңыса ойошторорға тура килә. Халыҡ иркенләп йөрөй башлағайны, көҙгө тотороҡһоҙ осор башҡа киҙеүҙәр фонында хәүеф артты, айырыуса оло йәштәгеләрҙе ҡурсыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерерҙе. Унда 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимына күсергә тәҡдим ителде. "Был тыйыу түгел, ә үҙеңдең һаулығыңды һаҡларға тәҡдим итеү. Был сир бик мәкерле, айырыуса ололар өсөн, шуға үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ», -ти Радий Фәрит улы.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, гриптан вакцина һалыуҙың беренсе этабы тамамланған. Һуңғы тапҡыр йәнә 550 мең вакцина килтерелгән. Ул республиканың медицина учреждениеларына бүлеп бирелә, 60 йәште үткәндәр уны бушлай алырға мөмкин.
Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: