Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 19:05

АТАЙЫМ МЕНӘН ӘСӘЙЕМ УҠЫТЫУСЫЛАР БУЛДЫЛАР…

Бөгөнгө байрам - Уҡытыусылар көнөндә атайым менән әсәйемде иҫкә алып китмәһәм, дөйә муйынынан да кәкере генә түгел, ә яҙыҡ та булыр ине.

Бөгөнгө байрам - Уҡытыусылар көнөндә атайым менән әсәйемде иҫкә алып китмәһәм, дөйә муйынынан да кәкере генә түгел, ә яҙыҡ та булыр ине. Сөнки әсәйем минең тәүге уҡытыусым булып, 4 йыл буйына мин уның ҡулында белем алһам, 5-се кластан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан атайым беҙгә иҫ киткес төплө белем биреп кенә ҡалмайынса (быны мин ғүмерем тоя киләм һәм уға рәхмәт уҡыйым), минең үҙемдең ғүмерлек һөнәремде һайлауҙа ҙур роль уйнаны.
Атайым төрлө яҡтан үҫешкән шәхес булараҡ, уның донъяға ҡарашы, белем даирәһе лә бик киң һәм тәрән ине.Ул художестволы әҙәбиәтте күп уҡыу менән бергә, үҙе лә шиғыр - бәйеттәр, таҡмаҡтар сығара, район гәзитенә мәҡәләләр яҙа ине. Бөгөнгө көндә ғәзиздәремде иҫкә алып, атайым мәрхүмдең 1988 йылда Бөрйән районының "Таң" гәзитендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләһен бирәм. Әйткәндәй, был мәҡәләне ҡуйыу ҙа тиккә генә түгел : унда атайым менән бер коллективта, йәғни совет осоронда мәктәп директорҙары булып эшләгән уҡытыусылар тураһында һүҙ бара.
Коллективтың уңышы - етәкселек итә белеүҙә Мин 37 йыл уҡытыусы булып эшләп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡтым. Миңә, ябай уҡытыусыға, шул дәүер эсендә байтаҡ ҡына мәктәп директорҙары ҡулы аҫтында эшләргә тура килде. Был мәҡәләлә мин ошо яуаплы эшкә ҡарата ихласлығы, үҙенә һәм коллегаларына талапсанлығы , коллективтың барлыҡ ағзаларына ҡарата ғәҙел, объектив булыуы, уларҙың һәр урынлы талабын һәм һорауын үтәргә әҙер тороуы, дөйөм алғанда, шәхси өлгөһө менән башҡаларҙы үҙ артынан эйәртергә һәләтле булған ҡайһы бер директорҙар хаҡында бер нисә һүҙ әйтмәксемен.
Улар араһынан бигерәк тә Т.К.Дәүләтҡужин, В.А.Ғәбиҙуллин, Ф.Ғ. Бикбулатова, М.Ә. Сафина, Х.Ә. Байназароваларҙың эшмәкәрлеге бөтә коллектив өсөн өлгө булып торҙо. Әлбиттә, уларҙың етәкселек итеү өлгөһөн бер ҡалыпҡа ғына һалып ҡарап булмай: берәүҙәре хужалыҡ эштәренә, уҡыу-тәрбиә биреү учреждениеһының матди - техник базаһын нығытыуға нығыраҡ иғтибар бүлһә, икенселәре уҡыу -
уҡытыу эшен арғы планға ҡуйҙы. Шулай уҡ уларҙың барыһын да тигеҙ алып барырға тырышҡан етәкселәр ҙә булды. Әбделмәмбәт ауылында 1956 йылда ете йыллыҡ мәктәп ябылып, ул башланғыс мәктәпкә ҡалдырырылған ине. Бары тик 1965 йылда ғына һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылды. Мәктәп астырыу ул йылдарҙа еңел эш түгел ине. Был тәңгәлдә беҙгә ул ваҡытта республиканың мәғариф министрлығында эшләгән яҡташыбыҙ Ғ.Д. Ирғәлиндың ярҙамы ҙур булды. Мәктәптең тәүге директоры итеп КПСС район комитеты ултырышында Яңы Собханғол тыуып үҫкән юғары белемле уҡытыусы Төлкөбай Кинйәбулат улы Дәүләтҡужин тәғәйенләнә. Ул килеүгә, ата - әсәләр көсө менән 180 кубометр төҙөлөш ағасы ҡырҡылып, ташылып ҡуйылған ине(был эш, нигеҙҙә, ҡул һәм ат көсө менән, иң мөһиме, бер тин аҡсаһыҙ башҡарылды!). Мәктәп төҙөтөү эше менән яңы хужа бик ихлас шөғөлләнде, уның матди - техник базаһын нығытыуға ла бар көсөн һалды. Иң мөһиме, уҡытыусылар коллективы бер нисә юғары белемле кадрҙар менән тулыландырылды. 1967йылда директор булып Асҡар ауылы егете В.Ә. Ғәбиҙуллин эшкә килде. Тәүге көндәрҙән үк Вәдүт Әбделхаҡ улы үҙен бик хәстәрлекле хужа итеп танытты. Әйтәйек, ул заманда "Дружба" мотобысҡыһы бик һирәк кенә ойошмаларҙа һәм кешеләрҙә осрай торған эш ҡоралы иҫәбендә булды. Вәдүт Әбделхаҡ улының йүнселлеге арҡаһында, беҙҙең мәктәп бер түгел, ике шундай мотобысҡы алыуға өлгәште. Мәктәп өсөн утын әҙерләгән саҡтарҙа ул бер бысҡы менән утынға тигән ағастарҙы үҙе йығып йөрөй торғайны. Уның артынан бер нисә уҡыусы икенсе "Дружба" бысҡыһы менән алмашлап ағасты тураҡлай, ҡалғандары ботап, әрҙәнәгә өйә баралар. Ғәҙәттә, директор вазифаһын башҡарған кешегә йомош - юл менән район үҙәгенә һәм башҡа урындарға йыш йөрөргә тура килә. Ҡайһы бер директорҙар ундай осраҡтарҙа дәрестәре ҡалыуҙы уйлап та бирмәй, сәбәпһеҙгә ҡалдырмағандар бит, йәнәһе. Ә Вәдүт Әбделхаҡ улы ҡалған дәрестәрен һуңынан артығы менән үткәреп ҡуя ине һәм башҡа уҡытыусыларҙан да шуны талап итте. Тап ул етәксе булып эшләгән осорҙа беҙҙең коллективта уҡытыусылар тураһында хәстәрлек күреү алғы планға ҡуйыла башланы ла инде. Бер һүҙ менән әйткәндә, директорыбыҙ коллективтың, тимәк, бөтә мәктәптең уңышы кеше факторына бәйле булыуын аңлап эш итә ине. Әйтәйек, бынан алдағы осорҙарҙа уҡытыусыларға шәхси хужалығын алып барыу,
бигерәк тә мал - тыуары өсөн бесән әҙерләү, утын - бесән алдырыу ярайһы ғына ауыр проблема була торғайны. Был проблемаларҙы яҡшы белгән директорыбыҙ утын - бесән алдыра алмай ҡаңғырған уҡытыусыларға колхоз идараһы аша трактор йүнләп алып бирешеүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманы. Етәксенең бындай ярҙамын, хәстәрлеген һәр дайым күреп торған уҡытыусыларҙың үҙҙәренең төп эшенә ваҡыттары иркенерәк ҡалып, уҡыу - уҡытыу, тәрбиә эштәренең сифаты ла яҡшырғандан-яҡшыра барҙы. Унан һуңғы йылдарҙа мәктәп менән етәкселек иткән Фәүзиә Ғариф ҡыҙы Бикбулатова, Менәүәрә Әхәт ҡыҙы Сафина, Хәлиҙә Ишбулды ҡыҙы Байназаровалар, директор вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләмәһәләр ҙә, бөтә эште коллектив менән кәңәшләшеп, башҡалар фекерен иҫәпкә алып һәм уларҙың ярҙамына таянып башҡарҙылар. Мәктәптә уҡыу йылы тамамланыуға, ремонт эштәре бөткән, киләһе уҡыу йылына мәктәп, интернат һәм уҡытыусылар өсөн етерлек күләмдә утын әҙерләнгән һәм ташылып ҡуйылған була торғайны. Ә мәктәп янындағы интернатта ятып уҡыған уҡыусылар көсө менән күпме эш башҡарыла ине?! Алдағы ҡышҡа күпме утын бысылып, ярылып, тау - тау итеп өйөп ҡуйылыр ине! Ауыл ерендә яҙлы - көҙлө эш бигерәк тә күп була бит инде. Уҡытыусылар, интернатта эшләгән тәрбиәселәр уҡыусыларҙы колхоз малдарына ашатыу өсөн миндек бәйләргә алып йөрөй, ҡайтҡас, уларҙы ышыҡ урындарға киптерергә элеп сығыу, унан һуң мәктәп янындағы участкала сәселгән йәшелсә-емеште тәрбиәләү - барыһы ла уҡыусылар һәм уҡытыусылар иңендә булды. Ә директор эш хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн яуап бирә. Һәм, Аллаға шөкөр, бер ниндәй ҙә ЧП - лар, тыңлашмай, эштән ҡасып ҡалыу һымаҡ кире күренештәр булманы элекке уҡыусылар араһында. Мәктәп яны баҡсаһында ауыл халҡына һатыуҙан тыш, интернетта ятып уҡыусылар өсөн ҡыш буйына етерлек тоҙланған кәбеҫтә, ҡыяр, ҡарағат вареньеһы әҙерләнер ине. Шулай уҡ ит өсөн йылдың - йылы бер нисә баш сусҡа ла аҫырала ине. Уларҙы ла уҡыусылар үҙҙәре ҡараны. Тағы шуныһы - уҡыусылар һәм уҡытыусылар көсө менән башҡарылған эштәрҙең барыһы ла бушлай эшләнә ине. Бөтә был һанап бөткөһөҙ эштәрҙең барыһы ла, әлбиттә, мәктәп директорҙары инициативаһы менән ойошторола ине. Был тәңгәлдә исемдәре үрҙә телгә алынған мәктәп директорҙарының барыһына ла хас сифат - ул шәхси өлгө күрһәтеү булды. Уларҙың шәхси өлгөһө - эшсәнлеге, һәр
нәмәгә яуаплы ҡарауы, тырышлығы уҡыусыларҙы ла, уҡытыусы - тәрбиәселәр коллективын да ныҡышмал хеҙмәткә әйҙәне.
Читайте нас: