Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 14:25

БАШҠОРТ ЫРЫУҘАРЫНЫҢ ҮҘ КАРТАҺЫ БУЛАСАҠ

1 октябрҙә “Торатау конгресс-холлында” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтә. Уның сиктәрендә “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” проектының емештәре киң йәмәғәтселеккә күрһәтелә.

1 октябрҙә “Торатау конгресс-холлында” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтә. Уның сиктәрендә “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” проектының емештәре киң йәмәғәтселеккә күрһәтелә.
Башҡорт ырыуҙарының айырым бер картаһын төҙөү, һәр ырыуҙың тамғаларын, атрибутикаһын өйрәнеү һәм заманса талаптарға яралаштырыу ниәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт геральдикаһы һәм ырыу атрибутикаһы буйынса айырым комиссия ойоштора.
Ултырышта шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Рәсәйҙең геральдисттар берлегенең уртаҡ ижад емеше—башҡорт ырыуҙарының гербтары күрһәтелә.
Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының айырым картаһы төҙөлгән. Уның да, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының мәҙәниәтенә һәм тарихына арналған “Без башҡортлар” тип исемләнгән китаптың да исем туйы бул ултырыш сиктәрендә уҙасаҡ.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиумы рәйесе Ғәлим Миңлеғәле улы Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың Милли архивы етәксеһе Азат Шәкирйән улы Ярмуллин, Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Рифҡәт улы Ағылғужин, Башҡорт дәүләт университеты география факультетының физик география, картография һәм геодезия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Илдар Радик улы Вилданов, Рәсәй геральдисттар берлеге идаралығы ағзаһы, тарих фәндәре магистры Кирилл Викторович Переходенко һәм Башҡортостан стратегиг тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ уҙәге етәксеһе Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов сығыш яһаясаҡ.
Ултырышҡа башҡорт ырыуҙары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район бүлексәләренең башҡарма комитеттары рәйестәре саҡырылған.
Читайте нас: