Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2020, 14:25

СӘЛӘМ, СТУДЕНТ! ЭКРАН АЛДЫНДА КҮРЕШЕРБЕҘ!

“Юлдаш” радиоһы йылдағыса “Сәләм, студент!” тамашаһын тәҡдим итә. Пандемия шарттарына бәйле уның форматы үҙгәрҙе.

“Юлдаш” радиоһы йылдағыса “Сәләм, студент!” тамашаһын тәҡдим итә. Пандемия шарттарына бәйле уның форматы үҙгәрҙе.
Быйыл студенттар өсөн тамаша 1 сентябрҙә 19.00 сәғәттән 22 сәғәт 30 минутҡа тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Ҡурай” каналы һәм социаль селтәрҙәрҙә онлайн ойошторола. Байрамда Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай.
Концерт онлайн, әммә бүләктәр барыһы ла ысынбарлыҡта була. Байрамдың төп ойоштороусыһы булған "Юлдаш" радиоһы тамашасылар араһында төрлө бүләктәр ҙә уйната. Конкурстарҙа ҡатнашып төп приз –электр самокат оторға мөмкинлек бар.
Уның шарттары менән “Юлдаш” радиоһының бәйләнештә селтәрендә танышырға була.
Еңеүселәрҙе 1 сентябрь «Юлдаш” радиоһы алып барыусылары тура эфирҙа бүләкләй. Беҙ бергә! Белем байрамын тура эфирҙа бергә ҡаршылайыҡ.
Читайте нас: