Быйылғы көҙҙән өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкаһына сиратта торған ғаиләләр 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һөйләне. Бөгөн ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
Беренсе аҙым. Иҫәпкә торабыҙ.
Күп балалы булыуҙан йәки инвалид бала тәрбиәләүҙән тыш, һеҙҙе мохтаж тип билдәләһендәр өсөн бер нисә талап бар:
- һәр ғаилә ағзаһына тура килгән торлаҡ майҙаны 12 кв. метрҙан артмай;
- һеҙ ғариза биргән районда кәм тигәндә өс йыл теркәүҙә тораһығыҙ;
- быға тиклем ер участкаһы, торлаҡ йәки уларҙы һатып алыу өсөн аҡса алмағанһығыҙ (әсәлек капиталынан тыш);
Ошо талаптар һеҙгә тура киләме? Улайһа, документтар туплағыҙ.
Уларҙы үҙегеҙ йәшәгән район йәки ҡала хакимиәтенә тапшыраһығыҙ:
- шәхесте танытҡан документтарҙың күсермәһе: ата-әсәнең, 14 йәше тулған балаларҙың паспорты, тыуыу тураһында таныҡлыҡтары; - никах тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе (әгәр булһа);
- опека органынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәү тураһында белешмә;
- медик-социаль экспертиза дәүләт хеҙмәтенән баланың инвалид булыуын раҫлаған документтар (әгәр булһа).
Башҡа документтарҙы дәүләт хеҙмәткәрҙәре ведомстволарҙан үҙҙәре юллай. Әгәр һеҙ барлыҡ талаптарға яраҡлы булһағыҙ, 30 көн эсендә һеҙҙе ер участкаһы алыуға иҫәпкә ҡуясаҡтар.
Икенсе аҙым. Ер участкаһын ҡайҙа һәм ҡасан бирәләр.
Районда йәшәүселәр ер биләмәһен тик үҙенең районынан, ә ҡаланыҡылар ҡала янынан һәм күрше райондарҙан алыу мөмкинлегенә эйә.
Өфө халҡына Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө, Шишмә райондарынан участкалар бирелә.
- Белорет районында йәшәһәгеҙ, ерҙе лә тик шул райондан алыу мөмкинлегенә эйәһегеҙ;
- Өфөлә тыуғандан алып йәшәп, ер биләмәһенә хоҡуҡлы икәнһегеҙ, һеҙгә уны үрҙә һанап үтелгән райондарҙың береһенән бирергә тейештәр (әммә документтар Өфөлә тапшырыла);
- Нефтекамала йәшәп, Өфөлә 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғына теркәлһәгеҙ, ер биләмәһенә йәки аҡсалата түләүгә хоҡуҡ 2023 йылдан ғына мөмкин буласаҡ.
Был мәсьәләгә ҡағылышлы тағы ла өс нәмәне белеү мотлаҡ:
- Әгәр бер нисә категорияға тура килһәгеҙ (мәҫәлән, күп балалы ғаилә йәки 35 йәшкә тиклемге йәш ғаилә), ер биләмәһе, һеҙҙең теләкте иҫәпкә алып, уларҙың береһе буйынса ғына бирелә.
- Ер биләмәһе ғаилә ағзаларының һәр береһенә тигеҙ бүленеп хосусилаштырыла. Балаларығыҙ ҙурайып, ғаилә ҡорғас, улар ата-әсә булараҡ айырым участка алыу мөмкинлегенә эйә.
- Әгәр сиратығыҙҙы көткән мәлдә балаларығыҙҙың берәүһенә йәки бер нисәүһенә 18 йәш тулһа, бер нәмә лә үҙгәрмәй. Иң мөһиме – ғариза биргән мәлдә уларҙың бәлиғ булмауы.
Ер биләмәләренең ҡасан бирелеүенә бәйле һорау ҡырҡыу тора, сөнки участкалар етешмәй. Ҡала янындағы күпселек ерҙәр йә шәхси милектә, йә ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш уларға барлыҡ коммуникациялар – һыу, электр уты, газ үткәрелергә тейеш.
Сиратты тулыһынса туғыҙ район ғына ябыуға өлгәште. Иң ҡатмарлы хәл Өфөлә: мөрәжәғәт иткән ғаиләләрҙең һәр бишенсеһе генә ер биләмәһе ала ала. Республика буйынса 16 меңдән ашыу ғаилә сират көтә. Күп кенә ғаиләләр сиратын алты-ете йыл көтөргә мәжбүр буласаҡ.
Башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһенән күренеүенсә, ер участкаһы урынына аҡсалата түләү биреү барыһы өсөн дә отошло. Кешеләргә һайлау мөмкинлеге бирелә: улар был аҡсаға үҙҙәре теләгән ерҙән участка һатып алыу йәки ул сумманы фатир һатып алыу өсөн тотоноу хоҡуғына эйә була.
Өсөнсө аҙым. Аҡсалата түләүҙе нисек алырға һәм нимәгә тотонорға?
Әгәр ғаилдә менән кәңәшләшеп, һеҙҙең өсөн аҡсалата түләү алыу отошло тип тапһағыҙ, үҙегеҙ иҫәптә торған хакимиәткә барып, ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Был быйылғы йылдың көҙөнән, Хөкүмәт түләү тәртибен раҫлағас, мөмкин буласаҡ.
Әлегә программа һынау рәүешендә эшләйәсәк, уға артыҡ ҙур аҡса бүленмәйәсәк, киләһе йылдан был эште киңерәк алып барыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта сиратта тороусыларға ғына ла дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк буласаҡ.
Аҡса ғариза биргән көндө үк түләнмәй, әлбиттә. Һәр ҡала һәм районға сиратта торған кешеләрҙең һанын иҫәпкә алып лимит билдәләнәсәк.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, аҡса кешенең ҡулына бирелмәйәсәк! Һеҙ исемле сертификат аласаҡһығыҙ. Уны:
- фатир, бүлмә, шәхси йорт (төҙөлөш барған да мөмкин) һатып алыуға иғәнә;
- ер участкаһы һатып алыу өсөн ҡуллана алаһығыҙ.
Һатып алынасаҡ йорт йәки фатир республика биләмәһендә урынлашырға тейеш. Мәҫәлән, Мәскәү янынан йәки Ҡара диңгеҙ буйынан торлаҡ һатып алырға ярамай.
Тағы ла бер мөһим мәл: ер биләмәһе алаһығыҙмы, аҡсамы – бары тик һеҙ хәл итәһегеҙ. Бер кем дә тегеһен йәки быныһын һайларға мәжбүр итә алмай.
Әгәр ер участкаһы мөһимерәк тип һанаһағыҙ, муниципалитет уны мотлаҡ бирәсәк. Әммә бының өсөн сиратығыҙҙы көтөргә тура киләсәк.
Материал БР "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде.