Башҡортостанда быйыл 31 июлдә Ҡорбан байрамын билдәләгән ваҡытта барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш, тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
«31 июлдә мосолмандарҙың Ҡорбан байрамы билдәләнә. Яратҡан байрамыбыҙ. Йола буйынса, йыйылып, ҡорбан килтерергә кәрәк. Ләкин санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып, дин әһелдәре менән уны нисек ойоштороу тураһында кәңәшләштек. Уны уҙғарыуҙың бер нисә стандарты бар. Бер кешегә — дүрт квадрат метр, мәсеттәге кешеләр һаны 100-ҙән артмаҫҡа тейеш. Шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым».