Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 14:05

ГӘЗИТ-ЖУРНАЛДАРҒА АЛДАН ЯҘЫЛЫУ БАРА

Башҡортостанда 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы бара.

Рәсәй Почтаһы Башҡортостанда 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын иғлан итте.
Рәсәй Почтаһы клиенттары 2021 йылдың тәүге яртыһына әлеге ярты йыллыҡ хаҡы буйынса баҫма матбуғатты алдырыу мөмкинлегенә эйә. Гәзит, журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдә башланды һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итә.
Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була. Сервис навигациялары гәзит, журналды атамаһы, индексы, темаһы, алфавит, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса табырға ярҙам итә, яҙылыу иһә бер нисә минут ваҡытты ала.
Баҫма киң мәғлүмәт сараһын шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог буйынса һәм хат ташыусы аша алдырырға мөмкин.
Акцияла 1100-ҙән ашыу баҫма ҡатнаша, улар араһында федераль әһәмиәттәге 330 гәзит һәм журнал, шулай уҡ Башҡортостанда нәшерләнгән республика баҫма матбуғат саралары бар. Улар – ижтимағи-сәйәси, бизнес гәзиттәре, сағыу журналдар, күңел асыу, һөнәри, тармаҡ һәм башҡа баҫмалар. Логистик структураһы ныҡлы үҫешкән Рәсәй Почтаһы гәзит, журналдарҙы республикабыҙҙың иң төпкөл ауылдарына ла ваҡытында еткерәсәк.
Мәктәп-интернаттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә, ветерандарға йәки өлкән йәштәге күршеләрегеҙгә, ҡарттар йорттарындағы инвалидтарға йәки мохтажлыҡ кисергән башҡа кешеләргә хәйриә ярҙамы күрһәтеп, матбуғат баҫмаларына яҙылырға мөмкин. Бының өсөн почта бүлексәләрендә йәки “Изгелек ағасы” (podpiska.pochta.ru/derevo-dobra/region) һәм “Күршеңде яҙҙырт” (podpiska.pochta.ru/collection/sosed) акциялары сәхифәләрендә тәғәйен төбәкте, социаль учреждениены һайларға йәки матбуғат баҫмаһын алырға тейешле кешенең почта адресын күрһәтергә кәрәк.
Читайте нас: