Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 11:03

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР МИНИСТРЛЫҒЫ АНОМАЛЬ ЭҪЕЛЕК ТУРАҺЫНДА ИҪКӘРТӘ

Башҡортостанда хәүефле күренештәр фаразлана. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, 15 июлдә республикала 38-40 градус эҫелек, күпселек райондарҙа аномаль эҫе һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда хәүефле күренештәр фаразлана. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, 15 июлдә республикала 38-40 градус эҫелек, күпселек райондарҙа аномаль эҫе һауа торошо көтөлә, республиканың көньяғында ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Тәүлек дауамында аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 2-7 метр, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 19-24 градус, урыны менән 14-кә тиклем, көндөҙ 34-37, урыны менән 38-40 градус эҫе.
Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге һәйбәт.
Өфөлә аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 2-7 метр, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 18-20, ҡала үҙәгендә 23-кә тиклем, көндөҙ 35-37.
Читайте нас: