Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 14:15

ҺЫУҘАҒЫ БӘЛӘЛӘРГӘ ҠАРШЫ - БЕРГӘ!

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте:Эҫе көндәр башланыу менән республиканың һыу ятҡылыҡтары һәм йылғаларында батыусылар һаны ҡырҡа арта. Ошо аҙнала ғына айырым көндәрҙә 6 кеше һәләк булған. 2 көн эсендә бигерәк аяныслы хәлдәр булды: Бөрө, Салауат һәм Ауырғазы райондарында 14 йәштән 17 йәшкә тиклем 3 бала батып үлгән.

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың мөрәжәғәте:
Эҫе көндәр башланыу менән республиканың һыу ятҡылыҡтары һәм йылғаларында батыусылар һаны ҡырҡа арта. Ошо аҙнала ғына айырым көндәрҙә 6 кеше һәләк булған. 2 көн эсендә бигерәк аяныслы хәлдәр булды: Бөрө, Салауат һәм Ауырғазы райондарында 14 йәштән 17 йәшкә тиклем 3 бала батып үлгән. Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан республиканың һыу объекттарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика күрһәтеүенсә, һыу инеүселәр көндөң икенсе яртыһында йышыраҡ бата. Граждандарҙың һыуҙа һәләкәткә тарыуының 3 сәбәбе билдәле: 1) уларҙың иҫерек хәлдә булыуы; 2) һыу инеү өсөн тәғәйен булмаған, йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү; 3) балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу. Тыйылған һәм таныш булмаған урындарҙа һыу инеүҙән тыйылып торорға саҡырам. Сөнки ундай ерҙәрҙә һыу аҫты ағымы көслө, тәрән урындар, һыу һалҡын булыуы мөмкин. Яңғыҙ йәки иҫерек хәлдә һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылыҡтарын йөҙөп сығырға маташмағыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе саманан тыш тип уйламағыҙ. Балаларҙы һыуобъекттарына ебәрмәгеҙ, шулай уҡ, һыу буйында ял иткән ваҡытта, балаларығыҙҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һыу инеү өсөн махсус йыһазландырылған пляждарҙы һайлағыҙ! Һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәй ҡорбан булғандарҙың әсәләренең һәм туғандарының әсе күҙ йәше менән һуғарылған! Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Һәр ваҡыт һыу объекттарында хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәгеҙ! Яҡындарығыҙҙың һәм эргә-тирәләгеләрегеҙҙең уларҙы боҙоуына юл ҡуймағыҙ! Беҙ бергә булғанда ғына үҙебеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы һыуҙағы бәләләрҙән һаҡлай алабыҙ!
Читайте нас: