Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 13:41

БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫ ЙӘНӘ ИҪЕРЕК ВОДИТЕЛДӘР МЕНӘН КӨРӘШТЕ КӨСӘЙТЕРГӘ ҠУШТЫ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 6 июлдә республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә йәнә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Дәүләт автоинспекцияһы етәкселегенә эскән водителдәр менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Был июндә теркәлгән юл-транспорт ваҡиғалары менән бәйле.

«Был аҙнала ошо эшкә тотоноғоҙ. Иҫеректәр күп йөрөй, башлағыҙ, көсәйтегеҙ. ЮХХДИ-ның иҫкәртеү саралары байтаҡ, улар быны эшләй белә. Барыһы ла һәйбәт булһа, мин өндәшмәйем. Ләкин бер-бер артлы ике ошондай осраҡ эскән килеш рулгә ултырырға ҡурҡмауҙары хаҡында һөйләй. Был беҙҙең етешһеҙлек – һеҙ уны төҙәтергә тейешһегеҙ. Аҙна аҙағына ошо йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыуығыҙ тураһында миңә еткерегеҙ», — тине Радий Хәбиров республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаевҡа.
Читайте нас: